Жилина
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Жилина (словак. Žilina, венгр. Zsolna, нем. Sillein, пол. Żylina) — Словакияның төньяҡ-көнбайышындағы ҡала, Кисуца һәм Райчанка йылғаларының Ваг йылғаһына ҡойған урында урынлашҡан, Жилина крайының үҙәге. Халҡы һаны яҡынса 86 мең кеше тәшкил итә.
Университет, Kia Motors Slovakia автомобилдәр төҙөү заводы бар
Будатин замогы, Мариин майҙаны ансамбле, күп һанлы костёлдар һәм һарайҙар һаҡланған.
Remove ads
Тарихы

V быуатта төбәктә славяндар йәшәгән. Беренсе славян ҡаласығы Жилина биләмәһендә IX быуат менән даталана. Ҡала беренсе тапҡыр 1297 йылда телгә алына, 1327 йыл ҡала хоҡуҡтарын ала.
XIII быуат аҙағында Жилина ҙур янғындан зыян күрә, ҡалаға немец колонистары килә, улар уны төҙөкләндерә башлай. 1381 йылда Венгрия короле ҡалаға словактарҙың ялыуына яуап итеп, ҡала мэрияһына словактарҙы һәм немецтарҙы сиратлап һайлау ҡағиҙәләрен нығытыусы хоҡуҡтар бирә.
XV быуатта ҡала ныҡ үҫешә башлай. XVI—XVII быуаттарҙа Жилина Венгрияла реформация үҙәге була. XVIII быуатта ҡалала янғындар һәм эпидемиялар башлана, ҡала ныҡ зыян күрә.XIX быуаттың икенсе яртыһында ҡала үҫешә башлай, бында бик күп завод һәм фабрикалар төҙөлә.
Бөйөк Ватан һуғышы барышында ҡала 1945 йылдың 30 апрелендә Моравия-Остравия операцияһы барышында 4-се Украина фронты ғәскәрҙәре составындағы полковник В.Е. Васильевтың 138-се уҡсылар дивизияһы, генерал-лейтенант Н.В. Медведевтың 17-се гвардия уҡсылар корпусы, полковник Селнер Ярославтың 3-сө айырым чехословак пехота бригадаһы, бригада генералы Клапалек<span typeof="mw:Entity" id="mwSQ"> </span>Карелдың 1-се Чехословакия армия корпусы, полковник В.Ф. Мироновтың артиллерия бригадаһы азат итә[7]
Бөгөн Жилина ҡалаһы ҙурлығы буйынса Словакияла бишенсе булып тора, университет ҡалаһы (1953 йыл). 1960 йылда Жилин университетына нигеҙ һалына. Боронғо ҡала үҙәге 1990 йылда тергеҙелә. 2006 йылда Kia Slovakia Motors заводы эш башлай.
Remove ads
Географияһы
Жилина 49° төньяҡ киңлектә, 18° көнсығыш оҙонлоҡта, диңгеҙ кимәленән 345 м бейеклектә, таулы урында урынлашҡан.
Климаты
Ҡала климаты сағыштырмаса йылы йәйе һәм һалҡын ҡышы менән дымлы континенталь. Июнь айында яуым-төшөм күберәк, февралдә— әҙерәк. Йәй июндән авгусҡа тиклем 3 ай самаһына һуҙыла, ҡыш — декабрҙә февралгә тиклем. Иң яҡты оҙон көн июнь–июлдә (16 сәғәт), иң ҡыҫҡа ваҡыт — декабрь (8 сәғәт).
Remove ads
Халҡы
Жилина ҡалаһының халҡы һаны[8][9].
Жилина халҡы[10] | |||||||
Йыл | Халыҡ | Йыл | Халыҡ | Йыл | Халыҡ | Йыл | Халыҡ |
1890 | 4100 | 1950 | 18000 | 1980 | 83000 | 2014 | 90 000 |
1900 | 5600 | 1961 | 32500 | 1991 | 83911 | 2017 | 325 103 |
1910 | 9200 | 1965 | 37000 | 2001 | 85400 | 2018 | 110 000-дән |
1921 | 12000 | 1970 | 41800 | 2011 | 81494 | 2019 | 500 114 |
1930 | 17500 | 1975 | 56000 | 2012 | 84360 | 2020 | 550 130 |
Транспорты
Жилинала транспорт автобус һәм троллейбустарҙан ғибәрәт. 1994 йылда Жилинала троллейбус хәрәкәте асыла.
Спорты
Ҡала Цоргонь-Лигала сығыш яһаусы «Жилина» футбол клубы бар.
Туғандаш ҡалалар
Измир, Төркиә (1997)[11]
Красноярск, Рәсәй (2011)[12]
Бельский-Бяла, Польша
Благоевград, Болгария
Корбьи, Бөйөк Британия
- Ҡалып:Флаг Бенина Котону, Бенин
Чеховице-Дзедзицае, Польша
Чанчунь, ҠХР
Днепр, Украина
Феррара, Италия
Фридек-Мистек, Чехия
Гродно, Белоруссия
Ханиья, Греция
Кикинда, Сербия
Нантер, Франция
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads