Тәүрат
Тораның Исламдағы атамаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Тәүрат- (йәһ. תּוֹרָה - [Тәүрат] - «тәғлимәт, ҡанун»), ашкеназ әйтелешендә: [То́йро] (көньяҡ-көнсығыш диалект — Польша, Украина), [Тэ́йро] (төньяҡ-көнсығыш диалект — Белоруссия, Литва) — киң мәғәнәлә йәһүдиҙәрҙең ҡәҙимге дини ҡанундары берлеге.
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |

Remove ads
Термин билдәләмәһе
- Тәүрат тип Мусаның Бишкитабын (юнан. πεντάτευχος) йәки Муса китаптарын атайҙар, ғөмүмән, тексы ла, баҫма йәки ҡулъяҙма рәүештәге барлыҡ даналары ла шулай атала. (төргәктәр).
- Бишкитаптың үҙендә «Тәүрат» тип йыш ҡына Аллаһы тәғәләнең айырым күрһәтмәләре лә, айырым васыяттар һәм ҡанундар тупланмаһы ла һ.б. атала «закон (Торы) всесожжения» (Лев. 6:9), «закон (Торы) о жертве повинности» (Лев. 7:1)
- «Тәүрат» һүҙе йыш ҡына ата-әсә нәсихәте йәки фатихаһы мәғәнәһендә лә осраштыра (Прит. 1:8 һ.б.).
- Артабанғы мәғәнә киңәйеүҙәр Яҙма Ҡанун (Тора ше-би-хтав) һәм Телдән Ҡанун (Тора ше-бе-‘ал пе) менән бәйле: Бишкитапта осраған Тәүраттар тигән төшөнсә ошо ике илаһи өлкәгә ҡағыла тип һанайҙар, уларҙы Аллаһы тәғәлә Муса пәйғәмбәргә Синай тауында тапшырған тип инаналар.
- Иң киң мәғәнәлә Тәүрат тип йәһүдтәрҙең ҡанундары берлеген атайҙар.
Remove ads
Тәүрат Исламда
Тәүрат Ҡөрьәндә һәр саҡ тиерлек Инжил менән бергә телгә алына. Инжил Тәүратта әйтелгәнде дөрөҫләй, ә Ҡөрьән Тәүрат менән Инжилдең дөрөҫлөгөн раҫлай[1]. Ҡөрьәндә әйтелеүенсә, Тәүрат менән Инжилдә Әхмәт исемле пәйғәмбәр буласағы тураһында күрәҙәлек ителгән булған[2][3][4].
Исламға ярашлы, раввиндар һәм руханиҙар Тәүраттың бәләкәй генә өлөшөн иҫтә ҡалдырған, боҙған[5] һәм булмаған тыйыуҙарҙы индергән[6]. Ҡөрьәндәге һәм Тәүраттан өҙөктәр ҡайһы саҡ тап килеп бөтә тиерлек[7], ҡайһы саҡ Зәбурҙы хәтерләтә[8]. Зәбур бер нисә аятта телгә алына [9]. Тәүратҡа һылтаныуҙар хәҙистәрҙә йыш осрай һәм тәүге мосолмандарҙың йәһүдиҙәр менән полемикаһы сағылып ҡала[10].
Ислам риүәйәтендә Тәүрат 40 өлөштән (джуз) торған, ә һәр өлөштә 1000 аят булған тигән иҫбатлау бар . Тәүратты тулыһынса яттан тик Муса (Моисей) , Һарун (Аарон), Юша ибн Нун (Иисус Навин), Ғөзәйер (Ездра) һәм Ғайса (Иисус Христос) ҡына белгән. Ислам риүәйәте шулай уҡ Тәүраттың төп нөсхәһе [Навуходоносор Иерусалимды алған саҡта яндырылған һәм юғалған тип бәйән итә[11][12]. Айырым өлөштәре йәһүдтәрҙең йолалары менән килеп ҡушылған һәм күп быуаттар үткәс бер китапҡы йыйылған. Был китап Тәүраттың Мусаға иңгән төп нөсхәһе түгел[10].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads