Төркиәнең административ бүленеше
ҡоролошон һүрәтләү From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Административ-территориаль йәһәттән Төркиә 81 илгә (төрөк.төр. ilil — «өлкә»)[прим 1] бүленә.

Илдәр
Илгә дәүләт идаралығын вәли (төрөк.төр. valivali), йәғни губернатор, атҡара. Вәлиҙең резиденцияһы вилайәт (төрөк.төр. vilayetvilayet) тип атала. Әүәле ил вилайәт тип йөрөтөлгән.
Һәр ил илсәләргә (төрөк. ilçe), йәғни райондарға, бүленә. Илдең административ үҙәге уның үҙәк илсәһендә — мәркәз илсәлә (төрөк.төр. merkez ilçemerkez ilçe) урынлашҡан.
Ҡағиҙә булараҡ, илдәр уларҙың административ үҙәгенең атамаһын йөрөтә. Әммә башҡа төрлөләре лә бар: Хатай иле (административ үҙәге — Антакья ҡалаһы), [[Коджаәли|Ҡожаэли]] иле (административ үҙәге — Измит ҡалаһы) һәм Сакарья иле (административ үҙәге — Адапазары ҡалаһы).
1926 йылда Төркиә 57 илгә бүленгән була, 1939 йылда Һатай ҡушыла, 1947 йылда Артвин, Түнжәли, Ҡаракүз (хәҙерге Бингөл), Битлис һәм Һакәри, 1953 — Ушаҡ, 1954 — Сакарья һәм Адыяман, 1957 йылда Нәвшәһәр ойошторола. 1957—1989 йылдарҙа илдәр һаны үҙгәрешһеҙ була — 67. 1989 йылда Ҡырыҡҡале, Ҡараман, Байбурт һәм Аҡһарай, 1990 — Батман менән Ширнәк, 1991 — Бартын, 1994 — Ығдыр һәм Ардаһан, 1995 — Ялова, Ҡарабөк һәм Килис, 1997 — Османиә, 1999 Дүзжә барлыҡҡа килә.
Әлеге ваҡытта Төркиә территорияһы түбәндәге илдәргә бүленә:
Remove ads
Илсәләр
Илдәр (провинциялар) илсәләрҙән (райондарҙан) тора. 2013 йылда илсәләрҙең һаны 957 тәшкил итә. Һәр илдең административ үҙәгендә илсә мәркәзе (төрөк.төр. merkez ilçemerkez ilçe) урынлашҡан. Күп илсәләр улустарға (бужаҡтарға) бүленә.
Муниципаль ҡоролошо
2013 йылда урындағы үҙиаралыҡ реформаһы була. Уның һөҙөмтәһендә Төркиәнең муниципаль ҡоролошо дүрт кимәллегә әйләнә:
- Метрополь муниципалитеттар (төр. Büyükşehir belediyeleri Büyükşehir belediyeleri — «Ҙур ҡала муниципалитеттары») — 750 000-дән ашыу кеше йәшәгән илдең административ үҙәге булған 30 ҡала сиктәрендәге муниципалитеттар. Метрополь муниципалитеттар Анкарала, Истанбулда, Измирҙә, Антальяла, Бурсала, Коньяла, Манисала, Мәрсиндә, Эрзерумда һәм башҡа эре ҡалаларҙа бар. Был муниципаль берәмектәр башында ҡала халҡы һайлап ҡуйған ҡала башлыҡтары (төрөк.төр. Büyükşehir Belediye BaşkanıBüyükşehir Belediye Başkanı, Бөйөкшәһәр беледийә башҡаны) тора.
- Баш ҡала муниципалитеттары — 750 000 кешенән кәмерәк халыҡлы илдәрҙең административ үҙәктәрендәге муниципалитеттар.
- Илсә муниципалитеттары — илсәләр һәм ҙур ҡалаларҙың илсәләре сиктәрендәге муниципалитеттар.
- Ҡала муниципалитеттары — ҡалалар һәм ҡала биләмәләре сиктәрендәге муниципалитеттар (төрөк.төр. beldebelde).
Муниципалитет (төрөк. belediye, беледийә) башында халыҡ һайлаған башлыҡ — беледийә башҡаны (төрөк.төр. belediye başkanıbelediye başkanı) тора. төр. belediye
Статистик маҡсаттағы төбәктәр

Рәсми булмаған статистик маҡсаттарҙа илдәр 7 төбәккә төркөмләнгән[2]:
- Мәрмәр диңгеҙ төбәге (Marmara Bölgesi)
- Үҙәк Анатолия төбәге (İç Anadolu Bölgesi)
- Ҡара диңгеҙ төбәге (Karadeniz Bölgesi)
- Көнсығыш Анатолия төбәге (Doğu Anadolu Bölgesi)
- Эгей төбәге (Ege Bölgesi)
- Урта диңгеҙ төбәге (Akdeniz Bölgesi)
- Көньяҡ-Көнсығыш Анатолия төбәге (Güneydoğu Anadolu Bölgesi)
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Сығанаҡтар
Библиография
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads