Измир

From Wikipedia, the free encyclopedia

Измирmap
Remove ads

Измир (төрөк. İzmir; шулай уҡ Сми́рна, грек. Σμύρνη) — халыҡ һаны буйынса Төркиәнең өсөнсө ҡалаһы (2013 йылда 2,8 миллион кеше) һәм порты ҙурлығы буйынса, Истанбулдан ҡала, илдә икенсе. Измир провинцияһының административ үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Провинция ...

Антиклыҡ осоронда Измир территорияһында грек ҡалаһы Смирна булған. Урта диңгеҙ бассейнындағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе һанала. 1922 йылғы һуйышҡа тиклем халҡы башлыса гректарҙан һәм христиандарҙан тора. Төркиә Республикаһын ойошторғас, уның мөһим сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәгенә әүерелә, шуның менән бик күптәрҙе Анатолиянан күсеп килеүгә дәртләндерә.

Төркиәнең иң либераль ҡалаһы иҫәпләнә[2].

Remove ads

Географияһы

Ҡала Төркиәнең көнбайышында, Эгей диңгеҙенең көнсығышында, Измир боғаҙы ярында урынлашҡан, бик уңайлы порты бар. Ҡала өсөн типик Урта диңгеҙ климаты хас. Тәпәш тауҙар менән уратылған. Ҡала агломерацияһы төп эсәр һыу сығанағы булған Мәләс (хәҙерге Ҡызылчулы) йылғаһы тамағында ята.

Климаты

Измирҙа йылы, ҡоро йәйҙәр, һалҡынса, ямғырлы ҡыштар хас булған Урта диңгеҙ буйының уртаса климаты хөкөм һөрә. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ күләме яҡынса 650 мм тәшкил итә. Башлыса ҡыш яуа. Туңдырып, ҡар яуғылай, ҡайһы бер йылдарҙа ваҡытлыса ҡар япмаһы ята.

Тарихы

Ҡала бай тарихҡа эйә, сәскә атыу һәм түбән тәгәрәү осорҙары кисерә.

Хакимдарының даими алмашынып тороуына (айырыуса Урта быуаттарҙа) ҡарамаҫтан, халҡы башлыса грек һәм христиан булып ҡала килә, ҡала 1922 йылға тиклем Константинополь патриархатының Смирна митрополияһы үҙәге була.

Төрөктәргә тиклемге осор

Б. э. т. 3000 йылда (бәлки, тағы ла иртәрәктер ҙә) ҡала урынында торама була. Б. э. т. II мең йыллыҡта дориҙар баҫымы аҫтында Европа Грецияһынан Эгей диңгеҙе аша эолдар күсеп килә, улар Смирна төбәгендәге яр буйҙарын колониялаштыра. Һуңғараҡ иондар килә, һәм Смирна эолдарҙан иондар ҡулына күсә. Б. э. т. 133 йылда ҡала барлыҡ батшалыҡ менән Рим хакимлығына эләгә һәм «Азия» тигән Рим провинцияһының баш ҡалаһына әүерелә. Рим цивилизацияһы тарҡалғас, Смирна, Рим империяһының башҡа ҡалалары кеүек үк, бөлгөнлөккә төшә. Иртә Византия дәүерендә ул эре дини һәм иҡтисади үҙәк булып ҡала, шуға ҡарамаҫтан бәләкәйләнә һәм башҡаса Рим осорондағы кимәлгә етә алмай. 1076 йылда Смирнаны сәлжүктәр баҫып ала. 1102 йылда ҡала һәм күрше өлкәләр Византия империяһына кире ҡайта. 1204 йылда Константинополде тәре йөрөтөүселәр баҫып алғас һәм Византия ҡолағас, ҡаланы ион рыцарҙары яулай, ләкин бер нисә йылдан Никея империяһы ҡаланы ҡайтара. 1402 йылда уны Аҡһаҡ Тимер баҫып ала. XVI быуат башында Смирнаны ҡабат төрөктәр яулай.

Ғосман һәм төрөк осоро

Ғосман империяһында Смирна — айырым пашалыҡтың, 1864 йылдан Айдын вилайәтенең баш ҡалаһы була. XX быуат башына тиклем христиандар (гректар һәм әрмәндәр[3]) ҡалала йәшәүселәрҙең күпселеген тәшкил итә, шунлыҡтан мосолмандар уны «Ғәүер Измир» тип йөрөтә[4][5]. Беренсе донъя һуғышында Ғосман империяһы еңелеү сәбәпле, 1919 йылдың 15 майында Смирна, Мудрос солохоноң 7-се статьяһына ярашлы, грек ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана.1920 йылғы Севр солох договорына ярашлы, ул Грецияға китергә тейеш була. Ләкин төрөк милләтселәре договорҙы танымай. 1922 йылдың 26 авгусында төрөк армияһы грек позицияларын өҙә. 6 сентябрҙә сигенеүсе грек армияһы Смирнаға инә, бер көндән ул үҙенең караптарына тейәлеп бөтә. Ул арала, урындағы гректар һәм әрмәндәрҙән тыш, Смирнаға Ионияның төрөктәр тарафынан алынған башҡа төбәктәренән килгән бик күп грек ҡасаҡтары йыйылып китә. 9 сентябҙә ҡалаға Мостафа Кәмал етәкселегендәге төрөк армияһы аяҡ баҫа; христиандарҙы күпләп ҡырыу башлана, ҡала яндырыла[6][7][8][9].

1912 йылда ҡалала гректар — 243 879, төрөктәр — 96 250, йәһүдтәр — 16 450, әрмәндәр — 7 628, башҡалар 51 872 кеше була.[10]

Һуйыш һәм 1923 йылда гректарҙы төрөктәргә алмашыу Измирҙың дини һәм этник составын ныҡ үҙгәртә. Ҡала тулыһынса мосолман төрөк ҡалаһына әйләнә.

Remove ads

Сәнәғәте

Измирҙа автобустар һәм йөк автомобилдәре производствоһы BMC Sanayi ve Ticaret A.Ş. бар.

Ҡаланың райондары

  • Буджа
  • Ҡонаҡ
  • Алсанжак
  • Кәмәралты
  • Борнова
  • Инжиралты
  • Каршияка

Туғанлашҡан ҡалалары

Remove ads

Галерея

Ҡыҙыҡ факттар

  • Измир (Смирна) — Гомерҙың тыуған ере тип танылыуға дәғүә иткән ҡалаларҙың береһе[12].
  • Измирҙә йырсы Бәнгү Әрдән тыуған.
  • Измир урамдарының күбеһе исемһеҙ һәм һан менән генә йөрөтөлә. Мәҫәлән: 3046 Sokak (төрөк. Sokak — урам).
  • 2014 йылда Измирҙә Folkart Towers төҙөлә, ул донъялағы иң бейек биш ҡуш башня иҫәбенә инә[13].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads