Украина телдәре

From Wikipedia, the free encyclopedia

Украина телдәре
Remove ads

Украина телдәре — Украинала йәшәүсе халыҡтарҙың телдәре. Иң ныҡ таралған телдәр — украин һәм рус. 2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, украин телен халыҡтың 67,5%-ы туған тел тип иҫәпләй[3]. Gallup институтының 2008 йылдағы мәғлүмәттәре буйынса, һоралған граждандарҙың 83%-ы аралашыуҙа рус телен ҡулланыуға өҫтөнлөк бирә[4].

Ҡыҫҡа факттар Рәсми, Төбәк телдәре ...

Украинаның ҡайһы бер төбәктәрендә бәләкәй төркөм булып венгр, молдаван, роман, поляк, идиш, болгар, гагауз һәм башҡа телдәрҙә һөйләшеүселәр йәшәй. Урындағы диалекттар һәм ҡатнаш телдәр киң ҡулланыла, мәҫәлән, суржик.

Remove ads

Тел хәле динамикаһы

Советтар Союзы тарҡалған мәлдә Украинала башлыса украин һәм рус телдәре тиң ҡулланыла. Украин телендә илдең  көнбайыш һәм үҙәк өлөшө (24 млн кеше), рус телендә көньяҡ һәм көнсығыш яғы һөйләшә (27,6 млн кеше)[5].

Тел мәсьәләһен хоҡуҡи көйләү

Украинаның телдәр тураһындағы Ҡануниәте Украина Конституцияһынан, милләттәр хоҡуғы Декларацияһынан, "Дәүләт теле сәйәсәте нигеҙҙәре", "Төбәк телдәре һәм аҙ һанлы халыҡтарҙың телдәре Европа хартияһы раҫлауы тураһында", "Аҙ һанлы милләттәр һәм уларҙы яҡлау тураһында" һәм башҡа Украина закондарынан, шулай уҡ телдәрҙе ҡулланыуҙы көйләүсе халыҡ-ара килешеүҙәрҙән тора[6].

Украинала Конституцияға ярашлы украин теле дәүләт теле иҫәпләнә.

Конституция Украины. Статья 10
Государственным языком в Украине является украинский язык.
Государство обеспечивает всестороннее развитие и функционирование украинского языка во всех сферах общественной жизни на всей территории Украины.
В Украине гарантируется свободное развитие, использование и защита русского, других языков национальных меньшинств Украины.
Государство содействует изучению языков международного общения.
Использование языков в Украине гарантируется Конституцией Украины и определяется законом.

Закон Украины «Об основах государственной языковой политики»[7] определяет право каждого гражданина Украины на языковое самоопределение:

Закон Украины «Об основах государственной языковой политики». Статья 3

  1. Каждый имеет право свободно определять язык, который считает родным, и выбирать язык общения, а также признавать себя двуязычным или многоязычным и изменять свои языковые предпочтения.
  2. Каждый, независимо от этнического происхождения, национально-культурной самоидентификации, местожительства, религиозных убеждений, имеет право свободно пользоваться любым языком в общественной и частной жизни, изучать и поддерживать любой язык.
Remove ads

Рәсми статистика һәм тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре

Thumb
2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса телдәрҙе иркен ҡулланыу картаһы. Украин теле (ҡыҙыл бағана), рус теле (күк бағана)
Thumb
Ҡалаларҙа, ҡасаба һәм ауылдарҙа киң таралған туған тел. 2001 йыл.
Thumb
Украинала ҡулланылған телдәр. Киев халыҡ-ара социология институты һорауламаһы, 2003 йыл[8]

2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса украин теле халыҡтың 67,5 %-ы өсөн туған тел[3]; аҙ һанлы халыҡтар телдәре - белорус, болгар, мадъяр (венгр), гагауз, грек, идиш, Ҡырым татарҙары, молдаван, алман (немец), поляк, рус, румын, словак телдәре.[9]

2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса:

Һораулама һөҙөмтәләре буйынса рус телен башлыса көньяҡ һәм көнсығыш төбәктәр ҡуллана:

"Йәмәғәт фекере" Рәсәй Фонды мәғлүмәттәре буйынса[15] Украинаның өлкәләре үҙәктәрендә халыҡтың 75 %-ы рус телендә аралашыуға өҫтөнлөк бирә[16]. Ауылдар буйынса рус телен башлыса Донбасс, Слободанщина төбәктәре, Одесса, Запорожье өлкәләренең көньяғы ҡуллана, шулай уҡ урта өлкәләрҙә һәм Төньяҡ Буковинала рус һөйләштәре бар.

Research & Branding Group компанияһының 2011 йылдағы һорауламаһы буйынса украиндарҙың 92 %-ы рус телендә иркен аралаша, (рус телле украиндарҙың 86 %-ы украин телен белә.) Украина граждандарының 90 %-ы украин телен мәктәптә өйрәнгән, украин теле 1991 йылдан дәүләт теле иҫәпләнә. Халыҡтың яртыһы тиерлек (47%) ғаиләһендә, өйҙә украин телендә һөйләшә.[17]

Эштә, уҡыу урындарында украин телендә илдең 45%-ы аралаша.


Remove ads

Телдәрҙе үҫтереүҙә Украина ҡаҙнаһынан ярҙам

2007 йылда Европа төбәк телдәре хартияһы раҫланғандан һуң, Украина ҡаҙнаһынан аҙ һанлы халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүгә ярҙамға 2740000 гривен бүленә: 745 мең румын, 527 мең Ҡырым татарҙары, 394 мең идиш, 387 мең болгар, 124 мең мадьяр(венгр), 118 мең грек, 60 мең рус, 25 мең алман(немец), 20 мең молдаван телдәренә[18].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Аңлатмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads