Урал батыр (персонаж)

башҡорт халыҡ ижадындағы төп герой. Мәшһүр «Урал батыр» эпосына исем биргән From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Урал батыр — башҡорт халыҡ ижадындағы төп герой. Мәшһүр «Урал батыр» эпосына исем биргән[1].

Ҡыҫҡа факттар Телгә алынған хеҙмәттәр ...

Эпоста Урал батыр Йәнбирҙе менән Йәнбикәнең кесе улы, өлкән ағаһы Шүлгәнгә ҡаршы көрәшеүсе булараҡ күрһәтелә.

Уралдың ҡатындары — аҡҡош-ҡыҙ Һомай (ҡыҙ Самрауҙың ҡыҙы)

Уралдың балалары — Иҙел, Нөгөш, Яйыҡ, туғаны (Шүлгәндең улы) — Һаҡмар — Көньяҡ Уралдың төп йылғаларының (Ағиҙел, Нөгөш, Яйыҡ, Һаҡмар) эпонимдары булып тора.

Уралдың тылсымлы аты — Аҡбуҙат.

Батырҙың эйәренән Урал тауҙары барлыҡҡа килгән.

«Ай менән Урал тауҙарының барлыҡҡа килеүе» легендаһында Урал батыр артыҡ Ҡояштан Айҙы һәм Урал тауҙарын барлыҡҡа килтерә.

Урал батыр тәү ата-бабабыҙ булараҡ, «Ҡуңыр-буға» легендаһының төрлө варианттарында телгә алына[2].

Remove ads

Әҙәбиәт

Remove ads

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads