Уҫылы ауыл Советы (Стәрлетамаҡ районы)
Рәсәй, Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл биләмәһе From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Уҫылы ауыл Советы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының административ-территориаль һәм муниципаль берәмеге.
Административ үҙәге — Үрге Уҫылы ауылы.
Remove ads
Тарихы
Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәре, статусы һәм административ үҙәктәре тураһындағы Законына» ярашлы ауыл биләмәһе статусына эйә[11][12][13].
1992 йылдың 19 ноябрендә Уҫылы ауыл Советы составынан Суртан ауыл Советы бүлеп сығарыла, әммә 2008 йылдың 7 октябрендә Уҫылы ауыл Советы составына ҡайтанан индерелә.
Башҡортостан Республикаһы Президиумының 1992 йылдың 19 ноябрендәге 6-2/478-се һанлы «Стөрлетамаҡ районында Суртан ауыл Советын ойоштороу тураһындағы» Указында түбәндәге юлдар бар[14]:
Башҡортостан Республикаһы Президиумы ҡарар итә:1. Стөрлетамаҡ районында Суртан ауыл Советын ойошторорға, административ үҙәген Суртан ауылында урынлаштырырға.
2. Суртан ауыл Советы составына Суртан, Уҫылыбаш, Любовка ауылдарын индерергә, был ауылдарҙы Уҫылы ауыл Советы составынан сығарырға.
3. Суртан һәм Уҫылы ауыл Советтары сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районы муниципаль районының 2008 йылдың 7 октябрендәге 29/з-292-се һанлы «Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ районының Уҫылы ауыл Советын һәм Суртан ауыл Советын берләштереү тураһындағы» ҡарарында түбәндәге юлдар бар[15]:
" Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:40) Стәрлетамаҡ районы буйынса:
ж) „Уҫылы“ атамаһын һаҡлап, Уҫылы һәм Суртан ауыл Советтарын берләштерергә, административ үҙәген Үрге Уҫылы ауылында урынлаштырырға.
Суртан ауыл Советының Уҫылыбаш, Суртан, Любовка ауылдарын Уҫылы ауыл Советы составына индерергә.
Уҫылы ауыл Советы сиктәрен тәҡдим ителгән схема картаһына ярашлы раҫларға.
Суртан ауыл Советын иҫәп мәғлүмәттәренән алып ташларға;
Remove ads
Халҡы
Ауыл биләмәһе составында
![]() |
Портал «Башҡортостан ауылдары» |
---|---|
![]() |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала |
![]() |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Күренекле шәхестәре
- Асҡаров Сәлимгәрәй Сәхибгәрәй улы (12 декабрь, 1936 — 8 март, 1991) — синтетик каучук заводының өлкән аппаратсыһы (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976)[22].
- Баһауетдинов Рәйес Ғөбәйҙулла улы (тыуған 15 январь, 1926) — Салават исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)[23][24].
- Насиров Юнер Ярулла улы (28 август, 1935 — 13 октябрь, 2002) — рәссам, СССР-ҙың Рәссамдар берлеге ағзаһы (1980), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996)[25].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads