Ферентино

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ферентиноmap
Remove ads

Ферентино (итал. Ferentino) — Италия дәүләтенең коммунаһы. Был коммуна Италияның Лацио төбәгендә урынлашҡан. Ферентино коммунаһы Фрозиноне административ үҙәгенә буйһона.

Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Дәүләт ...

Ферентино коммунаһы халҡы 20 461 кеше тәшкил итә (2004 йылда халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса.) Бындағы халыҡтың бер квадрат километрҙағы тығыҙлығы-249 кеше/км² тәшкил итә. Ферентино ҡоммунаһы 80 квадрат километр майҙанды биләп тора. Коммуна диңгеҙ кимәленән 393 метр бейеклектә урынлашҡан. Ферентино коммунаһының почта индексы — 03013. Телефон коды — 0775.

Ферентино коммунаһының изге ҡурсалаусыһы-яҡлаусыһы булып ыҙа сигеүсе (мученик) Изге Амвросий (S. Ambrogio) тора. Ферентино кешеләре үҙенә килгән һәр бер туристы бик йылы ҡаршы ала, уға үҙ өйөндәге кеүек үҙен һиҙергә мөмкинлек бирә. Урындағы халыҡ бик ҡунаҡсыл, тораҡ пункты һәм уның тарихы менән ҡыҙыҡһынған кешеләргә мөмкин тиклем тулы белешмә бирергә һәм иҫтәлекле урындарын күрһәтергә әҙер Ферентино ҡалаһы бик матур, акрополдән ҡарағанда яҡындағы тау түбәләре, улар янында торған бик йыйнаҡ йорттар матур булып күренеп тора. Ҡаланың үҙәк майҙанында милли кафеларҙа итальяндарға хас аҙыҡ булған «трамедзини» бутерброды һәм кофе менән һыйланырға мөмкин.

Remove ads

Туғанлашҡан ҡалалары

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads