Форли

From Wikipedia, the free encyclopedia

Форлиmap
Remove ads

Форли (итал. Forlì, эмил.-ром. Furlé) — Италияның боронғо Эмилиева юлында, Червиа адриатик портынан 19 км алыҫлыҡта урынлашҡан,Эмилия-Романья төбәгендәге ҡала. Форли-Чезен провинцияһының административ үҙәгенән.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Исем ...

Remove ads

История

Торлаҡ урынында палеолит ваҡында уҡ кешеләр йәшәгән. Легенда буйынса, Livii Forum («ливия форум»)исемле ҡалаға консул Салинатор Гай Ливий. 188 б. э тиклем йылда нигеҙ һала. Быуындар үтеү менән исеме «Форли» тип ҡыҫҡартыла.

Тарихи беренсе коммуна булдырған һәм 889 йылда үҙидара алған ҡала булып һанала[7]. Гвельф һәм гибеллиндар ҡаршылыҡтарында Гогенштауфендар яғында сығыш яһай, бының турала ҡала гербындағы империк бөркөт хәтерләтә. Форли халҡы Фридрих II Фаэнцаны баҫып алғанда тос ярҙам күрһәтәләр һәм ауыр ваҡытта император власына тоғро полководец Гвидо I да Монтефельтроға һыйыныу урыны бирәләр.

1302 йылда идара дилбегәләрен үҙ ҡулына һуғышсан Орделаффи ғәиләһе алғансы, XIII быуаттың аҙағында Форли бер нисә кондотьер ҡулы аша үтә. Рим папаһы менән уларҙың конфликттары, Сикст IV үҙ туғаны Риарио Джироламоға Форли идаралағын биргәндән һуң ғына туҡтай, ул ҡала халҡының болаһы ваҡытында үлтерелә. Рирариоға урындағы билдәле рәссам Мелоццо эшләй.

Бер нисә тиҫтә дауыллы йылдан һуң, ҡала Висконтилар (1488-99), Чезаре Борджиа (1499) һәм тағы Орделаффи (1503-04) ҡулында булғандан һуң, Форли өс быуат ярымға Папа өлкәһенен составына инә, һәм элекке сәйәси әһәмиәтен юғалта.

Коммунаның ҡурсалаусылары булып Изге Богородица (Fuoco Madonna del), байрамы 4 февралдә, изге Валериан из Форли (итал.) һәм Форлинан изге Меркуриалий була.

Remove ads

Иҫтәлекле урындар

Форлиның үҙәк майҙаны билдәле Рисорджименто эшмәкәре Саффи Аурелио исемен йөрөтә. Майҙан уртаһына уға һәйкәл ҡуйылған, уның артында — урта быуат ломбард стилендәге 75 метрыҡ кампанилаһы менән С - Меркуриал аббатлығы, ҡасандыр кампанила Италияла иң юғары була. Шунда уҡ ҡала ратушаһы урынлашҡан. Урта быуат доминикан сиркәүендә музей булдырылған. Орделаффи ваҡҡыттарын урта быуат ҡәлғәһе — цитадель Равальдино хәтерләтә

Remove ads

Билдәле кешеләр

  • Форли Меркуриалий береһе — изге Форли епископы.
  • Джованни Моргание — патологик анатомияға нигеҙ һалыусы.
  • Джованни Чирри Баттиста — виолончелист һәм композитор, XVIII быуатта билдәле булған, Форлила тыуған һәм вафат булған.
  • Антонио Фратти — итальян политигы, революционер һәм офицеры, 1897 йылда грек - төрөк һуғышында волонтер булып ҡатнашҡанда вафат була.
  • Иларио Бандини — Automobili Bandini автомобилдәрен етештереүсе.
  • 1883 йылда Форли янындағы Предаппио ҡаласығында Бенито Муссолини тыуа (уны шунда уҡ ерләрәйҙәр).

Туғанлашҡан ҡалалар

Форли дуҫтарса мөнәсәбәттә сираттағы туғандаш ҡалалар менән тора:

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала, Илдә ...

Массалы мәҙәниәттә

  • Аssassin ' s creed II компьтер уйынында - Форли уйын локацияһы урыны (xv быуат аҙағында уйын хәрәкәте йәйелдерелә.)[8]. Уйында Форли бик күңелһеҙ урын булып күрһәттелә. Уйынсы ҡаланың аббатлыҡ-Меркуриал һымаҡ бер нисә иҫтәлекле урындарын ҡарай ала ( монастыр кампанилаһына менеп Форлиның тирә-яғын ҡарап була), шулай уҡ Катерина Сфорца — Рокка-ди-Равальдино ҡәлғәһе, ә миссияһының береһендә менеп булмаҫлыҡ ҡәлғә эсенә инеү.
  • «Борджиа» сериалында (Канада—Венгрия—Ирландия; 2011-2013), Форли — Микелеттоның тыуған ҡалаһы һәм Катерина Сфорца ҡәлғәһе.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads