Фураж

From Wikipedia, the free encyclopedia

Фураж
Remove ads

Фура́ж ( франц. fourrage «аҙыҡ») — малсылыҡта: үҫемлек мал аҙығы, ул мал-тыуар өсөн әҙерләнә: кәзә,һарыҡ, сусҡа, өйрәк, ҡаҙ һәм ҡуян һ.б.). Ғәҙәттә,фураж үҫемлектәрҙең орлоҡ һәм емештәренән башҡа эшкәртелгән вегетатив өлөштәренән тора (япраҡ, һабаҡ, ҡайһы саҡта тамырҙары ). Фураж йә яңы килеш, йә һаҡлап тотолғанынан ҡулланыла. Фураж һаҡлау өсөн эшкәртәләр, күпселек осраҡта — киптереү ҡулланыла

Ҡыҫҡа факттар
Thumb
Тар сүллегендә ҡатын-ҡыҙ фураж әҙерләй
Thumb
Фураждың төп төрҙәренең процент нисбәте ( Кюн буйынса)
Remove ads

Фуражлыҡ иген культуралары

Фуражлыҡ иген культуралары:

Мал аҙығын һаҡлау ысулдары

Thumb
Бесән төргәге
 Йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә малдың аҙыҡҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн мал аҙығы әҙерләү һәм һаҡлау кәрәк. Башлыса түбәндәге ысулдар ҡулланыла:
  • тәбиғи киптереү, был бесән әҙерләү мөмкинлеген бирә;
  • һыуһыҙландырыу — ваҡланған үҫемлетең һыуын һығып алыу. Һөҙөмтәлә, көплө фураж гранулаһы килеп сыға;
  • силослау — фуражды дымлы килеш һаҡлау ысулы, нигеҙендә контролдә тотолған әсетеү. Дымлы силосты махсус башняла йәки блоклап ныҡ итеп ҡыҫалар йәки тапаталар. Тик силоста ҡурҡыныс токсин тупланырға мөмкин, шулай уҡ зарарлы бактериялар булыуы, шулай ботулизм хәүефе бар.

Иген культураларын өҫтәмә продукты булараҡ, мал аҙығына башҡа фураж булмауы сәбәпле, Һаламды ла эре мал өсөн аҙыҡ булараҡ ҡулланырға мөмкин. Уны малдың аппетитын яҡшыртыу өсөн башҡа төр мал аҙығы менән ҡушып бирәләр.

Remove ads

Хәрби эштә

Атлы ғәскәрҙәрҙең, шулай уҡ бүтән хайуандар ҡулланған башҡа төр ғәскәрҙең хәрби операциялары уңышын тәьмин итер өсөн фураж мөһим ресурс булып тора. Ҙур хәрби подразделениеларҙа фураж менән тәьмин итеүсе вазифаһы — фуражи́р булған.


Шулай уҡ ҡара

  • Миксер-кормораздатчик
  • Корм

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads