Чарльз Дарвин

From Wikipedia, the free encyclopedia

Чарльз Дарвин
Remove ads

Чарлз Ро́берт Да́рвин (ингл. Charles Robert Darwin; 12 февраль 1809 йыл — 19 апрель 1882 йыл) — инглиз натуралисы һәм сәйәхәтсеһе, беренселәрҙән булып тере организмдарҙың дөйөм тамырҙан сығып, эволюцияға бирелгәнлеген әйтә һәм дәлилләй. 1859 йылда баҫылған тәүге киң хеҙмәтендә, «Төрҙәрҙең килеп сығышы» тигән китабында, Дарвин эволюция тәбиғи һайланыш һәм аныҡ булмаған үҙгәрештәр нигеҙендә бара, тип яҙа. Ул ваҡытта Англияның ауыл хужалығында йорт ҡоштары һәм сәсеп үҫтерә торған үҫемлектәр ошолай һайлау юлы менән үрсетелгән тигән ҡараш та быға ҡеүәт биреп ебәрә.

Ҡыҫҡа факттар Тыуған көнө, Тыуған урыны ...
Ҡыҫҡа факттар

Дарвин үҙе тере сағында уҡ ғалимдарҙың күпселеге эволюцияның барлығын таныһа ла, XX быуаттың 30-сы йылдарында эволюцияның синтетик теорияһы килеп сыҡҡандан һуң ғына тулыһынса ҡабул ителә башлай[1][2]. Дарвин идеялары бөгөн эволюцияның синтетик теорияһы нигеҙендә ята һәм биологиила төрлөлөктө аңлатыу өсөн ҡулланыла[3]. Дарвиндың ортодоксаль шәкерттәре (дарвинизм) тип аталған йүнәлеште артабан дауам итә, үҫтерә.

Remove ads

Ҡыҫҡаса биографияһы

Балалыҡ, үҫмерлек йылдары

Thumb
Чарлз Дарвинға 7 йәш (1816), бер йылдан әсәһе үлеп ҡалған
Thumb
Атаһы Роберт Дарвин.

Чарлз Дарвин 1809 йылдың 12 февралендә Шропшир графлығында Шрюсбери ҡалаһында , Маунт Һаус тип аталған үҙҙәренең нәҫелдән килгән имениеһында тыуа(ингл. Mount House)[4].Атаһы хәлле кеше — табип һәм финансист Роберт Дарвин, әсәһе Сьюзанн Дарвин (инг.)баш. (Susannah Darwin), Уэджвуд ғаиләһенән(ингл. Wedgwood). Чарльз атаһы яғынан ғалим-натуралист Эразм Дарвиндың һәм әсәһе яғынан рәссам Джозайя Уэджвудтың ейәне. Ике ғаилә лә унитарианлыҡҡа ыңғай ҡарай, мәгәр Уэджвудтар англикан сиркәүенә йөрөй. Атаһы Чарлзды Англикан сиркәүенә йөрөтөүгә ҡаршы булмай, шул уҡ ваҡытта малайҙың ҡалған биш ағай-энеһе әсәләре менән Унитариан сиркәүгә йөрөй. Һигеҙ йәшендә Дарвинда тәбиғәт тарихына һәм коллекция йыйыуға ҡыҙыҡһыныу уяна. Шул йылы уның әсәһе вафат булып ҡала. 1818 йылда ағаһы Эразм менән яҡындағы англикан пансионға Шрюсбери мәктәбенә (инг.)баш. (Shrewsbury School)[5][6] һабаҡҡа төшә. Шул уҡ ағаһы менән Эдинбург университетына инер йылы,1825 йылдың йәйендә, ул атаһының медицина практикаһында ҡатнаша башлай.

Remove ads

Эволюция теорияһы

Эволюция теорияһын дәлилләү эшен ул 30 -сы йылдар аҙағында уҡ башлап ебәрә. Дарвин 1839—1843 йылдарҙа 5 томлык «Зоология» тигән хеҙмәтен баҫтыра, һуңыраҡ бер-бер артлы шәхси монографияларын донъяға сығара. Ә 1859 йылда уның «Төрҙәрҙең килеп сығыуы…» тигән ҙур күләмле хеҙмәте нәшер ителә. Был хеҙмәттә ул үҫемлек һәм хайуандарҙың билдәле бер тарихи осорҙа ғына барлыҡҡа килгәнлеген, уларҙың миллион йылдар дәүерендә ҙур үҙгәрештәр кисергәнлеген иҫбатлай. Ошо процесста тәбиғи һайланыштың (естественный отбор) хәл иткес ролен дәлилләй. Һуңыраҡ, 1871 йылда, ул «Кешенең барлыҡҡа килеүе һәм енси һайланыш» хеҙмәтен сығара. Юғарыла күрһәтелгән асыштарҙың һәр һайһыһы диалектика фәнен үҫтереүҙә мөһим роль уйнайҙар. Мәҫәлән, донъяла булған барлыҡ тере предметтарҙың нигеҙе бер үк. Тимәк, барлыҡ организмдар бер-береһенә тығыҙ бәйләнешкән, улар араһындағы айырма ошо организмдарҙың ҡатлаулылыҡ дәрәжәһендә генә. Шуның өҫтөнә, барлыҡ организмдар — даими үҙгәрештә, үҫештә, бер-береһенән яралыу, килеп сығыу процессында. Ә йәшәү һәр төрҙөң башҡа төрҙәр менән көрәше шарттарында яулап алына һ. б. Был мөнәсәбәттәр барыһы ла донъяла булған барлыҡ пред-меттарҙың һәм күренештәрҙең үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә булыуҙарын, уларҙың эволюцион үзгәреш кисереп йәшәүҙәрен иҫбатлай[7].

Remove ads

Цитаталар алынған әҙәбиәт

Сығанаҡтар

Библиография

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads