Ческе-Будеёвице

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ческе-Будеёвицеmap
Remove ads


Ческе-Будеевице (чех České Budějovice, МФА (чех.): [ˈtʃɛskɛː ˈbudʲɛjovɪtsɛ]; нем. Böhmisch Budweis; транскрипцияһы формалары ла тыйыла. Ческ-Будейовица, шулай уҡ әҙәбиәттә осраған. Будейовица Чехия) — Чехияның көньяғындағы статуслы ҡалаһы, киңәйтелгән вәкәләтле муниципалитет, Көньяҡ-Чехия крайының һәм Ческе-Будеевице райгнының административ үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Влтава һәм Малше йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан. Халҡы — 95 245 (2004).

Remove ads

Ҡала тарихы

Будеевице ҡалаһына нигеҙ 1265 йылда чех короле Пржемысл Оттокар II (чех Přemysl Otakar II) тарафынан һалына. Ҡала сауҙа юлдары киҫелешендә торғанлығы арҡаһында иҡтисади яҡтан йылдам үҫешә һәм тиҙ арала король ҡалаһы статус ала. Король власына ҡала халҡының тоғролоғон көсәйтеү өсөн король уларға төрлө өҫтөнлөклө привилегиялар хоҡуҡтарын бирә.

XIII—XIV быуат башында ҡалала 2 католик ғибәҙәтханаһы төҙөлә һәм ҡала ҡәлғә диуары менән уратып алына. XV быуат дауамында Будеевицелә католик сиркәү позицияһы көслө була, ул гуситтарға ҡаршы көрәштең төп терәге булып тора. Ҡалала 4000 кеше йәшәгән, был Чехия короллегенең иң ҙур һәм әһәмиәтле ҡалаларының береһе булған.

XVI быуатта ҡала көслө иҡтисади күтәрелеш кисерә, бөтәһенән элек, был көмөш табыу, шулай уҡ тоҙ һәм балыҡсылыҡ менән сауҙа үҫтереү менән бәйле була. Будеевица биналары архитектураһы был осорҙа Ренессанс ҡанундарына буйһона. 1569 йылда Будеевицала аҡса һуғыу йорто барлыҡҡа килә, унда ҡала ситендә сығарылған көмөштән тәңкә баҫылған.

XVIII быуатта ҡаланың мәҙәни үҫешенә латин гимназияһын төҙөү булышлыҡ итә, ҡалала театр һәм философия институты булдырыла. Император Иосиф II заманында 1785 йылда Будвайзер епископлығына нигеҙ һалына.

XIX быуатта техник прогресс ҡала тормошона күп яҡтан ҡағылмай ҡалмай. Ат тимер юлы 1825—1832 йылдар төҙөлгән, ул Ческе-Будеевица менән Линц ҡалаларын тоташтырған һәм Европала төҙөлгән беренсе ошондай ҡоролма булған. Ошо уҡ осорҙа сауҙа судноларында Влтава йылғаһы буйында үҫешкән. Сәнәғәт һәм транспорттың үҫеше сауҙа үҫеше менән тығыҙ бәйләнгән. 1847 йылда «Хардтмут» («Кох-и-ноор» маркалы канцелярия тауарҙары етештергән) компанияһы, Венанан Будеевицегә ҡәләм етештереү һәм керамика изделиелары етештереүе күсә, ҡалала ҙур фабрика барлыҡҡа килә. 1895 йылда Чех акционерҙар һыра ҡайнатыу предприятиеһы барлыҡҡа килә, хәҙер билдәле пивоварня «Budvar Budweiser» («Будвар Будвайзер»).

XIX быуат аҙағына тиклем ҡаланың һәм уның тирә-йүнендәге төп халыҡ немец халҡы була, әммә чех халҡы яйлап өҫтөнлөк итә башлай. Шуға ҡарамаҫтан, ҡаланың бургомистры 1918 йылға тиклем немец булған. 1945 йылда, Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, немецтар Көнбайыш Германия һәм Австрияға депортацияланған.

XХ быуатта Ческе-Будеёвице Көньяҡ Чехияның иҡтисади һәм мәҙәни баш ҡалаһына әйләнә. 1991 йылдан алып Ческе-Будеёвицелә Көньяҡ-Чехия университеты эшләй, ә 2000 йылдан алып Ческе-Будеёвицелә Көньяҡ-Чехия крайының хакимиәте урынлашҡан.

Remove ads

Спорт

Ҡалала «Маунтфилд Ческ Будеевица» профессиональ хоккей клубы бар. Клуб стадионы — Budvar Arena.

Шулай уҡ «Динамо Ческ-Будеевица» футбол клубы бар. Клуб стадионы — Střelecký ostrov.

Иҫтәлекле урындар

  • Квадрат ҡала майҙаны, унда Самсон статуяһы бар (Самсон фонтаны), барокко стилендә.
  • Ҡала майҙанындағы ратуша бинаһы (1727—1730 йылда төҙөлгән. Өс башнялы һәм уларҙа дүрт гражданлыҡ изгелектәре һыны кәүҙәләндерелгән: Ғәҙеллек, Батырлыҡ, Аҡыл һәм Алдан күрә белеү[15]
  • Ҡара Башня (чех Černá Věž) — ҡала үҙәгендәге 72 метрлыҡ манара
  • Изге Николай соборы (чех katedrála Sv. Mikuláše) ҡаланың тарихи үҙәгендә.
  • Доминикан монастыры (чех Dominikánský klášter)
  • Тимер Ҡыҙ башняһы (чех Železná panna).

Ческе-Будеёвице ҡалаһында ҡала опера һәм балет театры, заманса концерт залы, мотоциклдар музейы, энергетика музейы урынлашҡан. Ҡаланан алыҫ түгел туристар араһында популяр неоготика стилендәге Глубока-над-Влтава замогы тора.


Ҡаланың почетлы граждандары араһында 2017 йылға тиклем Иосиф Сталин[16] була. 15 майҙа, 2017 йылда, Сталин Клемент Готвальд менән бергә был исемдән мәхрүм ителә.

Туғанлашҡан ҡалалары

Билдәле шәхестәр

  • См. Категория: Родившиеся в Ческе-Будеёвице

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads