Чуркин Юрий Васильевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Чуркин Юрий Васильевич (6 март 1935 йыл — 1 сентябрь 1998 йыл) — ғалим-инженер-химик-технолог, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), техник фәндәре докторы (1980), профессор (1986). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1966), СССР-ҙың уйлап табыусыһы. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1970).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Юрий Васильевич Чуркин 1935 йылдың 6 мартында Кемерово өлкәһенең Осинники ҡалаһында тыуа. 1958 йылда Томск политехник институтын химик-технолог һөнәре буйынса тамамлай.

1958—1962 йылдарҙа Өфө синтетик спирт заводында инженер-технолог булып эшләй.; 1962 йылдан алып — нефть химияһы производстволары ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, лаборатория мөдире, директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары.

Техник фәндәре докторы (1980), профессор (1986).

Чуркин етәкселегендә креозол изомерын, ксиленол, триметилфенол, диангидрид пиромеллит диангридын етештереү технологияһы, ортокреозол, 2,6-ксиленол, пиромеллит диангидрид етештереү сәнәғәте ойошторола, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының нефть һәм газ бүлексәһендә ағза-корреспондент (1995).

Remove ads

Хеҙмәттәре

50 авторлыҡ һәм уйлап табыу таныҡлығы бар. 200-ҙән ашыу баҫма эш авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР Министрҙар Советы премияһы (1970).

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads