Пыжьяновка шарламаһы

Башҡортостандың Дәүләкән һәм Бәләбәй районы сигендәге шарлауыҡ From Wikipedia, the free encyclopedia

Пыжьяновка шарламаһы
Remove ads

Пыжьяновка шарламаһы — Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында Башҡортостандың Бәләбәй районындағы Пыжьяновка (хәҙер бөткән) ауылы эргәһендә, Дәүләкән районы менән Бәләбәй райондарының сиген бүлеп тора.

Ҡыҫҡа факттар Шарлама, Ил ...
Remove ads

Тасуирламаһы

Һыу текә ҡаянан, 12 метр бейеклектән, төшә. Йәй һыу ағымы кәмей, һәм шарлауыҡ урынына ҡаянан ағып төшөүсе һыу ҡала.

Башҡортостандағы иң ҙур күл — Асылыкүлдән дүрт км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Шарлама һыуы артабан Дәүләкән районы Буранғол ауылы эргәһендә бер нисә шишмә ҡушылып киңәйә, йылға булып Асылыкүлгә ҡоя. Йылға «Шарлама йылғаһы» тип йөрөтөлә[1].

Пыжьяновка шарламаһы тибиғәт паркы биләмәһендә урынлашҡан[2].

Remove ads

Этимологияһы

Шарлама, шарлауыҡ — текә ҡаянан, һикәлтәнән, киҫә ағып төшкән һыу[3]. Шарламаны урындағы халыҡ Пыжьяновка ауылы исеме менән йөрөтә. Ерле халыҡ телендә Пыжьяновка — «Буржиян ауылы», «Буржиян шарламаһы»[1].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads