Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы
дәүләт эшмәкәре From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шафиҡов Таймаҫ Шафиҡ улы (19 февраль 1899 йыл — 1947 йыл) — дәүләт эшмәкәре. 1929—1931 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
Remove ads
Биографияһы
Таймаҫ Шафиҡ улы Шафиҡов 1899 йылдың 19 февралендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Мөхәмәтҡолой улусы (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы) Ҡуйһары ауылында тыуған.
1919 йылдың февраленән алып июнь айына тиклем Колчак армияһына мобилизацияланып хеҙмәт итә. Ошо уҡ йылдың авгусынан алып 1922 йылдың апреленә тиклем Ҡыҙыл Армияла хәрби хеҙмәттә була.
1922—1924 йылдарҙа ауыл Советы рәйесе, 1924 йылдан алып 1926 йылға тиклем волость башҡарма комитеты рәйесе вазифаларын башҡара.
1926—1928 йылдарҙа Арғаяш кантоны башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, кантон комитеты административ бүлеге мөдире вазифаларын атҡара.
1929 йылдан 1931 йылға тиклем БАССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты (БашЦИК) Рәйесе, 1933—1937 йылдарҙа Йомағужа МТС-ының сәйәси бүлеге мөдире булып эшләй.
1937 йылдың сентябрендә ҡулға алына. 1939 йылда иреккә сығарылғандан һуң Арғаяш районының Мөхәмәтҡолой МТС‑ында участка агрономы, директор урынбаҫары, директор, артабан Әйбәт ауылындағы колхоз рәйесе, мал әҙерләү базаһы мөдире була.
ВКП(б) Үҙәк Комитетының партия хеҙмәткәрҙәре курстарында (1928—1929), Мәскәү ҡалаһында Социалистик ер эшкәртеү академияһының малсылыҡ факультетында (1931—1933) белем ала.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads