Шафиҡ Әминев-Тамъяни
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Әминев-Тамъяни Шафиҡ (тулы исеме Әминев Шафиҡ Әмин улы; 19 март 1858 йыл — 1936 йыл) — башҡорт сәсәне.
Remove ads
Биографияһы
Шафиҡ Әмин улы Әминев 1858 йылдың 19 мартында Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Тамъян-Түңгәүер олоҫо [1]Әбделғәзе ауылында тыуған.
Башта ауыл мәҙрәсәһендә, унан Троицкийҙа һабаҡ алған. Ҡышын уҡырға аҡса йүнләр өсөн, йәйгеһен ҡаҙаҡ далаларына китеп балалар уҡытҡан. Шул йылдарҙа ата-әсәһе вафат булғанлыҡтан уҡыуын ҡалдырырға мәжбүр булған. Сөнки кесе туғандарын ҡарарға кәрәк булған.
Ул күпмелер тау араларында игенселек менән шөғәлләнеп ҡарай. Иген уңмағас, урман, төрлө кәсеп эшенә тотона. Дегет ҡайната, һал ағыҙа.
Ул бик уҡымышлы, бай телле була. Уңғанлығы, аҡылылығы, ғәҙеллеге арҡаһында халыҡ араһында абруй яулай. Уны мулла тип йөрөткәндәр.
1936 йылда вафат була.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads