Шештимер (йылға)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шештимер (йылға)map
Remove ads

Шештимер (рус. Шестимер) — Рәсәйҙәге йылға. Ырымбур өлкәһе биләмәләрендә аға. Һайылмыш йылғаһына уң яғынан (тамағанын 53 км алыҫлыҡта) ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 26 км тәшкил итә[2].

Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа ҡоя, Дәүләт ...

Ырымбур өлкәһе Октябрь районы Биҡҡол ауылы эргәһенән аға[3]. Һаҡмар йылғаһы ҡушылдығы.

Remove ads

Этимологияһы

Атаманың башҡа варианттары билдәле: Аштимер, Шештимер. Риүәйәт буйынса, яҙғы ташҡын ваҡытында Тимер исемле егет һәм бер ҡыҙ йылға аша сығырға булалар. Ҡыҙ егеткә: «Ашыҡ, Тимер!» — тип ҡысҡырған, әммә көслө һыу ағымы егетте алып киткән. шунан килеп сыҡҡан йылға исеме: Ашыҡ, Тимер// Аштимер//Шештимер//Шестимер. Ошо уҡ районда Шестимер исемле ҡасаба бар, уға йылға исеме бирелгән[3].

Һыу реестры мәғлүмәттәре

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәттәре буйынса Урал бассейны округына ҡарай, һыу хужалығы участкаһы — Һаҡмар йылғаһы инешенән Оло Эйек йылғаһына һыуҙарын ҡойғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны юҡ. Йылға бассейны — Яйыҡ (Рәсәй бассейны өлөшө)[2].

Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 12010000712112200007036[2].

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads