Шланлы

Ауырғазы районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Шланлы (рус. Шланлы) — Башҡортостан Республикаһының Ауырғазы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 702 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80205834007.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Географик урыны

Тарихы

Шланлы ауылы шулай уҡ 1795-1811 йылдар араһында барлыҡҡа килә. Ҡазан губернаһының Зөйә һәм Чебоксар өйәҙҙәренән яңы суҡындырылған сыуаштар Берекмә исеме менән нигеҙ һала. VI ревизия буйынса унда 100 сыуаш иҫәпләнә. XX быуат башында 106 йорттоң һәр береһенә уртаса 7,7 кеше тура килә[3]. Ауылда крәҫтиән сиркәү-мәхәллә мәктәбе булған. Игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда шулай уҡ сиркәү (1902 йылда төҙөлгән), министрлыҡ мәктәбе, бакалея кибете теркәлгән[4].

Remove ads

Хәҙерге осор

Ауылда әлеге мәлдә 1 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, 1 башланғыс һәм урта мәктәп эшләй. Участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, сиркәү бар.

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август1024
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар994
1959 йыл 15 ғинуар831
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар757
2002 йыл 9 октябрь648
2010 йыл 14 октябрь70231039244,255,8
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, милләттең күпселеге - сыуаштар (96%)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Урамдары

  • Төп урам (рус. Ключевая улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Совет урамы (рус. Советская улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[6].

Билдәле шәхестәре

  • Фёдоров Леонид Александрович (1926–29.08.2008), күмер сәнәғәте алдынғыһы. 1960–1983 йылдарҙа «Кузбассуголь» комбинаты «Анжероуголь» тресының 5-се һәм 7-се шахталарында тау эшсеһе, бригадир. Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин ордены кавалеры (1966)[7].

Видеояҙмаларҙа

  • В Башкирии предприниматель возрождает родное село. Шланлы[8]

Иҫтәлекле урындары

  • Билдәһеҙ һалдат һәйкәле.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads