Шмелёв Алексей Николаевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Шмелёв Алексей Николаевич (11 март 1960 йыл) — муниципаль хеҙмәткәр. 2007—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, 2013 йылдың 20 декабренән —хакимиәт башлығы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Тыуған көнө ...
Remove ads

Биографияһы

Алексей Николаевич Шмелёв 1960 йылдың 11 мартында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Ленинск ҡасабаһында тыуған. 1986 йылда Ҡазан инженер-төҙөлөш институтын «инженер-төҙөүсе» һөнәре буйынса тамамлай.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

  • 1986—1998 — «Башнефть» акционер нефть компанияһының Октябрьский ремонт-төҙөлөш идаралығы мастеры, баш инженеры, начальнигы;
  • 1998—2004 — ЯСЙ «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының автотранспорт юл цехы начальнигы;
  • 2004—2007 йылдарҙа — ААЙ «Октябрьский нефть һәм газ машиналары эшләү заводы»ның генераль директоры;
  • 2007—2013 — Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.
  • 2013 йылдың декабренән Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы[1][2].

Шулай уҡ — «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәр советы» идараһы рәйесе[3]

Remove ads

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы Энергетика министрлығының Почетлы нефтсеһе.
  • Салауат Юлаев ордены (2017 йылдың 9 октябре) — емешле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн, кеше ғүмерен ҡотҡарғанда күрһәткән батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн, сәнәғәттәге юғары етештереү ҡаҙаныштары, фәнни өлкәлә һәм ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегендә ҡаҙаныштары өсөн, мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендә юғары ижади ҡаҙаныштары, йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы ҡаҙаныштар өсөн, үҫеп килгән быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә , йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙә уңыштары өсөн, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн[4][5].
  • Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡотҡарыу хаҡына хеҙмәттәшлек өсөн» миҙалы[6].
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads