Шовинизм

башҡа халыҡтарҙы ҡыҫырыҡлау һәм эксплуатациялау өсөн «хоҡуҡ» биргән милли өҫтөнлөк идеологияһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Шовинизм
Remove ads

Шовинизм (франц. chauvinisme) — донъяның башҡа халыҡтарын дискриминациялау, эксплуатациялау һәм ҡыҫырыҡлау хоҡуғын аҡлауҙы маҡсат итеп ҡуйған милли өҫтөнлөк идеологияһы. Шовинизм сит кешеләргә, сит ил кешеләренә, башҡа конфессия кешеләренә ҡарата дошманлыҡ йә нәфрәттең барлыҡҡа килеүенә һәм таралыуына булышлыҡ итә. Гетерономия һәм ксенофобия формаһының бер төрө[1].

Thumb
Бригадир Жерар, Конан Дойлдың романында француз шовинизмын кәүҙәләндергән персонаж

Милли шовинизм шул иҫәптән бер халыҡ сиктәрендә лә сағыла ала, мәҫәлән, Өсөнсө республика осорондағы көньяҡ француздарға ҡарата шовинизм кеүек.

Шулай уҡ был термин йыш ҡына күсмә мәғәнәлә ҡулланыла һәм социаль, этник, дини ,енси-йүнәлеш, йәш һәм башҡа төрлө стереотиптарҙы, инаныуҙарҙы һәм ышаныуҙарҙыҙы аңлата, улар бер төр кешеләрҙең башҡаларға ҡарағанда «тулы булмауын» раҫлай.

Remove ads

Иҫкәрмә

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads