Шорҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Шорҙар (шор. шор-кижи, тадар-кижи, татар, тадар, шорд-кутум) — төрки телле халыҡ, Көнбайыш Себерҙең көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә, башлыса Кемерово (Таштагол, Новокузнецк, Междуреченск, Мыски, Осинников һәм башҡа райондарҙа) өлкәһендә, шулай уҡ Хакас Республикаһы, Алтай Республикаһы, Красноярск һәм Алтай крайҙарында йәшәй. Дөйөм кешеләр һаны 14 мең тирәһе. Ике этнографик төркөмгә буленә: көньяҡ , йәки таулы-тайгалы (XX быуат башында көньяҡ шорҙарҙың йәшәү өлкәһе Таулы Шория исемен ала) һәм төньяҡ, урман-далалы (аба) төркөм. Теле буйынса шорҙар алтайҙарға һәм хакастарға, мәҙәниәте буйынса — алтайҙарға һәм чулымдарға яҡын
Remove ads
Үҙатамаһы
1926 йылға тиклем шорҙарҙың бөтә ырыу төркөмдәренең (абалар, шорҙар, каларҙар, каргиндар һәм башҡа) дөйөм үҙатамаһы тадар-кижи (татар кешеһе) була. Көньяҡ Кузбасстың төрөк телле халҡы исеме «шорҙар» властар тарафынан академик В. Радлов мрас һәм кондом татарҙарының этномәҙәниәте берлеге тураһындағы фекерҙәрен иҫәпкә алып бөтә рәсми документтарҙа нығытыла. Хәҙерге үҙатамаһы булып тадар-кижи, шулай уҡ шор-кижи атамаһы ла тора.
Remove ads
Теле
Шорҙарҙың күпселеге рус телендә аралаша, 60 % ашыуы урыҫ телен туған тел тип һанай; шор телендә быға тиклем ике диалект бүленгән — мрас (хакас (ҡырғыҙ-уйғыр) көнсығыш-төрөк телдәре төркөмө) һәм кондом (көнбайыш-төрки телдәренең төньяҡ алтай төркөмө ), уларҙың һәр береһе үҙ сиратында бер нисә һөйләшкә бүленә. Кемерово дәүләт университетының Новокузнецк институтында шор телен өйрәнеү буйынса ғилми мәктәп бар.
Remove ads
Фольклор һәм дини
Борон шорҙар формаль рәүештә православие динен тотҡан, ғәмәлдә иһә уларҙа тәңреселек (ата-бабалар культы, дини һәм башҡа кәсепселек культы). һаҡланған. Шорҙарҙың традицион донъяға ҡарашына ярашлы, донъя өс өлкәгә — «Өлкән еренә» (Ӱлген чер), беҙҙең ергә һәм «уҫал рухтар еренә», йәки ер аҫты донъяһына бүленә. Ульгеня биләмәһендә 9 күк бар; етенсе күгендә йондоҙҙар һәм ай урынлашҡан, һигеҙенсеһендә — ҡояш, ә туғыҙынсыһында Ульгеня үҙе — изге юғары аллаһ йәшәй. Беҙҙең донъяны һәм кешене, шорҙарҙың боронғо ҡарашы буйынса, Ульгеня үҙенең туғаны Эрлик (яуызлыҡ башы кәүҙәләнеше) яралта.
Шорҙар фольклоры героик поэмалар (алыптығ ныбақтар — батырҙар тураһында хикәйәт), улар «кай», йәки өзләү менән башҡарыла, әкиәттәр, хикәйәләр һәм легендалар, йомаҡтар, мәҡәл һәм әйтемдәр, һунар, туй, мөхәббәт, маҡтау, тарихи йырҙар һәм башҡалар тәшкил итә. Шор героик поэмалары һәм йырҙары музыкаль-поэтик ижадҡа ҡарай. Улар тал, кедр олононан яһалған ике ҡыллы ҡумыҙ инструмент («қомус») аккомпанементы аҫтында башҡарыла. Шор фольклоры жанры йөкмәткеһе һәм идеялары, нигеҙҙә, һунар итеп йәшәү образын сағылдыра; бөтә жанрҙарҙан иң үҫешкәне героик эпос була.
Байрамдары
- Чыл пазы (Йыл башы)— Яңы йыл, 20-21 мартта көн менән төн тигеҙләнеше ваҡытында билдәләнә.
- Мылтық-Пайрам — бөтә шорҙарҙың байрамы, был көндә билмән ашау ҡабул ителә, билмәндең эсенә ваҡ әһәмиәтле әйберҙәр йәшерелә (шырпы, тимер аҡса, ҡағыҙ һ.б.), 18 ғинуарҙа билдәләнә. Һәр әйбер ниндәй ҙә булһа тарихи ваҡиғаны белдерә, ул ағымдағы йылда булырға тейеш.
- Шор-Пайрам — ауыл хужалығы һәм малсылыҡҡа арналған байрам, шулай уҡ башҡа төрки телле халыҡтарҙыҡы кеүек үк билдәләнә, ҡайһы бер ҙур булмаған яңылыҡтар алып ташлана (миҫал: матурлыҡ бәйгеһе, иң оҙон толомға бәйге).
Remove ads
Тарихы
Шор этносы VI—IX быуаттарҙа, урындағы кета телле һәм килмешәк төрөк телле ҡәбиләләрҙең буталыуы барышында (ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекере буйынса, шор этносы тик XVII быуатта, йәғни Кузнецк өйәҙенең барлыҡҡа килеүе менән һәм уның сиктәрендә иҡтисади, тел һәм этномәҙәни бәйләнештәрҙең көсәйеүе менән) формалаша.
Шорҙар (дала) («кузнецк татарҙары») тураһында беренсе яҙма мәғлүмәттәр XVII быуат башына, урыҫтарҙың Томи йылғаһы үрен үҙләштереү осорона ҡарай. XX быуат башына тиклем шорҙарҙың ырыу мәнәсәбәттәренең байтаҡ иҫкелектәре ҡала. Октябрь революцияһына тиклем уларҙың төп шөғөлө балыҡсылыҡ һәм тире кәсептәре була, ҡайһы бер төркөмдәрҙең — камиллашмаған ҡул игенселеге, ҡуралағы малсылыҡ, сауҙа һәм ылаусылыҡ. Шорҙарҙың һөнәрселеге XX быуат башына тиклем өйҙә башҡарыла һәм нигеҙҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҡулында була; иң үҫешкән һөнәрҙәр туҡыу, селтәр туҡыу һәм көршәк әүәләү эше. Бөтә ерҙә лә тире һәм ағас эшкәртеү киң таралған була (эйәр, саңғы, уйылдыҡ кәмә, мебель, туҙҙан һауыт-һаба һәм башҡа көнкүреш әйберҙәре әҙерләү).
Төньяҡ шорҙарының элек-электән тимерселек эштәре ҙур әһәмиәткә эйә була шулай уҡ тимер мәғдәне сығарыу һәм иретеү (ошонан — төньяҡ шорҙарының русса атамаһын «кузнецк татарҙары»). Әммә Рәсәй империяһы составына индерелгәндән һуң традицион тимер менән шөғөлләнеү һөнәре батша указы менән тыйыла.
Шорҙарҙың традицион кейеме XX быуат башында иң төпкөл көньяҡ- шор улустарында ғына тегелә. Шул ваҡыттың шорҙарының торлаҡ йорто булып конус ҡыйыҡлы күп мөйөшлө буралы йорттар, ярым ер өйҙәр, йәйге шалаштар, ә төньяҡ төркөм урыҫ өйҙәрендә йәшәй.
XIX быуат уртаһында шорҙарҙың бер өлөшө Хакасияға күсенә; һуңынан күпселек был күскенселәр хакас теленә күсә, — шуға күрә бөгөн уларҙың вариҫтары шорҙарға ҡарамай.
1925 йылдың 1 октябрҙән 8 октябргә тиклем Мыски улусында Тау Шорияһы Советтарының Беренсе съезы үтә, унда шорҙарҙың милли төҙөлөшө программаһы эшләнә. 1926 йылдың 12.04. "Об образовании в составе Кузнецкого округа Сибкрая национального Горно-Шорцевского района" ВЦИК декреты менән шор халҡының үҙбилдәләнеше закон нигеҙендә нығытыла. Берҙәм үҙаңын һәм ХХ быуат 20-30 йылдарының дөйөм шор мәҙәниәте нигеҙҙәрен формалаштырыуҙа барлыҡҡа килгән яҙма һәм берҙәм әҙәби тел нигеҙендә грамоталылыҡтың дөйөм таралыуы ҙур роль уйнай. Әммә, артабан Тау Шорияһының тәбиғәт байлыҡтарын интенсив үҙләштереү, һәм һөҙөмтә булараҡ, артып барыусы халыҡтың дөйөм һанында шорҙар өлөшөнөң ҡырҡа кәмеүе 1938 йылда Тау Шория районының бөтөрөлөүенә һәм уның өс административ - Таштагол, Кузедеев һәм Мыски берәмектәренә бүленеүгә килтерә. Был шоҙарҙың этник үҫешенә кире йоғонто яһай. Ассимиляция, урбанизация процестары әүҙем була. Бөгөнгө көнгә тиклем дауам иткән шор этносының ассимиляцияһы һәм этник үҙенсәлектәренең кәмеүе 1940 йылдарҙа башлана. XX быуаттың беренсе яртыһында Төньяҡ Шорияла хәл һиҙелерлек үҙгәрә, шул ваҡытта күмер ятҡылыҡтарын интенсив эшкәртеү башлана һәм эре ҡалаларҙың бөтөн системаһы, эшселәр ҡасабаһы, һөргөнгә ебәрелгән ҡатнаш этник состав менән тотҡондарҙың ауылдары барлыҡҡа килә.
Кемерово өлкә башҡарма комитетының 1960 йылдың 20 июнендәге «О ликвидации колхозов Горной Шории, как нерентабельных» ҡарарынан һуң, шорҙар күпләп ҡалаларға һәм Кемерово өлкәһенең эре ҡасабаларына күсенә башлай, һөҙөмтәлә хәҙер унда бөтә шорҙарҙың 74 % йәшәй.
Ырыу-ҡәбилә бүленеше
Remove ads
Генетика
Y-хромосомаһының сеоктар буйынса гаплотөркөмө бүленеше[3]
Сеок | R1a1a1h-Z93 | R1a1a1h1-Z94 | N1c1 хL708 | N1b-Р63 | R1b1b1-М73 | Q1a3-L330 |
Ак-шор | — | — | — | 1 | — | — |
Кара-шор | 5 | — | — | — | — | — |
Ҡарға | 23 | — | — | — | 2 | — |
Кобый | — | — | 10 | — | — | 1 |
Кызай | — | — | — | — | — | — |
Кый | — | — | 1 | — | — | — |
Сар-шор | 1 | — | — | — | 1 | — |
Таеш | 4 | — | — | — | — | — |
Тарткын | 5 | — | — | — | — | — |
Чедибер | 2 | — | 1 | — | — | — |
Челей | 14 | 1 | — | 9 | 1 | — |
Шорт-кызай | 7 | — | 1 | — | — | — |
Хәҙерге ваҡытта шорҙар
Бөгөн традицион шор мәҙәниәтенең аҡрынлап юҡҡа сығыуы күҙәтелә. Был урбанистик мәҙәниәттең көсәйә барыуы арҡаһында була. Шуның менән бергә 1985 йылда шорҙарҙың традицион байрамдары — ырыу башы Ольгудек байрамы, яҙғы-йәйге Пайрам байрамы һ. б., улар эпос һәм йырҙар башҡарыу менән бара, шулай уҡ спорт ярыштары ойошторола.
Хәҙерге ваҡытта шорҙарҙың күбеһе шахтала эшләй, һунар, балыҡсылыҡ, ауыл хужалығы кеүек элекке ҡиммәттәр яйлап икенсе планға китә. Бары тик Шерегешта боронғо тормош рәүеше — халыҡ өсөн төп кәсеп булған һунар һаҡлана.
Хәҙерге заман шорҙарының мөһим проблемаһы булып эш урындарының юҡлығы һәм Таштагол районының ауыл территорияларында ауыл берәмеге структураларының булмауы тора. Күп шорҙар ҡалаларҙа (Таштагол, Шерегеше, Новокузнецк) эшләй, ҡайһы берҙәре Шерегештың тау саңғыһы курортында туристик хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләй. Ауылда йәшәүсе шорҙар рәсми рәүештә эшһеҙ һанала, шуға ҡарамаҫтан, уларҙың күбеһе ауыл хужалығында һәм шорҙар өсөн традицион булған кәсептәр менән шөғөлләнә.
Рәсәйҙә шорҙар һаны:

Шорҙарҙың тораҡ пункттарҙа һаны :
Кемерово өлкәһе:
Таштагол ҡалаһы 1528
Междуреченск ҡалаһы 1523
Новокузнецк ҡалаһы 1508
Мыски ҡалаһы 1495
Шерегеш ҡасабаһы 1109
Ключевой ҡасабаһы 232
Усть-Кабырза ҡасабаһы 231
Чувашка ҡасабаһы164
Осинники ҡалаһы 150
Спасск ҡасабаһы133
Бородино ҡасабаһы130
Малиновка ҡасабаһы 128
Кемерово ҡалаһы 115
Усть-Анзас ҡасабаһы115
Абакан ҡалаһы 263
Балыҡсы ауылы 160
Бискамж ҡала тибындағы ҡасаба 121
Рәсәйҙең башҡа субъекттарында:
Дондағы Ростовта 1
Новороссийск ҡалаһында 3
Ҡаҙағстан
1970 — 214
1979 — 381
1989 — 388
Remove ads
Йәмәғәт һәм мәҙәни-ағартыу ойошмаһы
- Шор мәҙәниәте үҙәге «Аба-Тур» (Новокузнецк ҡалаһы)
- Рәсәй Яҙыусылар союзы шорҙар ойошмаһы
- Федераль дәүләт бюджет учреждениеһы «Шорҙар милли паркы» (shor-np.kemv.ru)
- Балалар милли киностудияһы «Gyoon-Кузези» («Огонек») (Мыски ҡалаһы)
- Кемерово өлкәһенең «Шор халҡының аҡһаҡалдар советы» йәмәғәт хәрәкәте
- Таштагол районының шорҙар халҡы йәмәғәте ойошмаһы «Таглыг Шор» (Тау Шорияһы) (Таштагол ҡалаһы)
- Йәмәғәт хәрәкәте «йәмғиәте
- «Алтын Шор» (Алтын Шория) ( Междуреченск ҡалаһы) йәмәғәте хәрәкәте
- Мыски ҡала йәмәғәте хәрәкәте «Шория» (Мыски ҡалаһы)
- Осинники ҡалаһы йәмәғәте ойошмаһы «Шория-Тагтагал йәмғиәте» (Осинники ҡалаһы)
- Кемерово өлкәһенең төбәк йәмәғәте ойошмаһы Шорҙар милли-мәҙәни автономияһы (Кемерово ҡалаһы)
- Таштагол районының төбәк йәмәғәте ойошмаһы Шор милли-мәҙәни автономияһы (Таштагол ҡалаһы)
- Кемерово төбәк йәмәғәте хәрәкәте «Аҙ һанлы ерле халыҡ шорҙарҙың «Алба (Соболь)» ойошмаһы (Новокузнецк ҡалаһы)
- Мыски ҡалаһы «Казасты һәм шор халҡын тергеҙеү» йәмәғәте ойошмаһы Мыски ҡалаһы)
- Аҙ һанлы ерле халыҡ шорҙарҙың «Алтын-Чер» общинаһы (Новокузнецкрайоны, Сосновка ауылы)
- Аҙ һанлы ерле халыҡ шорҙарҙың «Салый» ырыу общинаһы (Таштагол районы, Шерегеш ҡала тибындағы ҡасаба)
- Аҙ һанлы ерле халыҡ шорҙарҙың ырыу общинаһы «Кечен» (Рухтар үҙәне) (Таштагол районы, Чушла ҡасабаһы)
- Коммерция булмаған «Аҙ һанлы ерле халыҡ шорҙарҙың территориаль-күрше общинаһы «Шорҙар болансылығын тергеҙеү» ойошмаһы (Кемерово ҡалаһы)
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads