Шор теле

шор халҡының теле, Рәсәйҙең Кемерово өлкәһендә, Алтай тауҙары итәгендә таралған From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Шор теле (рус. шоро́рский язы́к, шор. шор тили, тадар тили) — шор халҡы теле, Рәсәйҙең Кемерово өлкәһендә киң таралған — башлыса, Алтай тауҙарының төньяҡ итәгендә, Кузнецк Алатауында, Томь йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйында, Хакасия һәм Алтай Республикаһы сигендә йәшәйҙәр.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Барлыҡҡа килгән ...

Шор телендә һөйләшеүселәр һаны — 6 меңдән ашыу кеше (2002, халыҡ иҫәбе).

Төрки телдәрҙең төньяҡ-көнсығыш төркөмө хакас төркөмсәһенә ҡарай.

Remove ads

Диалекттары

Ике диалектлы: мрас, йәки «з» менән һөйләшкәне әҙәби тел нигеҙендә ята ( 20-30-сы йй. ҡулланылған), икенсеһе - кондом, «й-диалект»; уныһы үҙ сиратында бер нисә һөйләшкә бүленгән. Мрас диалекты - хакас, ә кондом — төньяҡ алтай һөйләшенә ҡарай.

Шор яҙмаһы

Шор яҙмаһы 1927 йылдан урыҫ алфавитына нигеҙләнгән булған, һуңғараҡ, 19291938 йылдарҙа — латин графикаһы нигеҙендә эшләнгән булған. 1938 йылда кириллица нигеҙендә яңы алфавит төҙөлә.

1885 йылда миссионерҙар сығарған әлифба билдәле.

Хәҙерге шор алфавиты:

А а Б б В в Г г Ғ ғ Д д Е е
Ё ё Ж ж З з И и Й й К к Қ қ
Л л М м Н н Ң ң О о Ӧ ӧ П п
Р р С с Т т У у Ӱ ӱ Ф ф Х х
Ц ц Ч ч Ш ш Щ щ Ъ ъ Ы ы Ь ь
Э э Ю ю Я я
Remove ads

Лингвистик мәғлүмәттәр

Фонетика

Шор фонетикаһында 16 һуҙынҡы һәм 25 тартынҡы фонема. Һуҙынҡылар оҙон һәм ҡыҫҡа әйтелешле: ҡыҫҡа (а, э/е, ы, и, ӧ, ӱ, о, у) һәм оҙон (аа, ээ/ее, ыы, ии, ӧӧ, ӱӱ, оо, уу).

Баҫым көс һалып әйтелә. Һуҙынҡылар гармонияһы күҙәтелә.

Һуҙынҡылар

Ентеклерәк мәғлүмәт Алғы рәт, Артҡы ...

Тартынҡылар

Ентеклерәк мәғлүмәт Билабиаль, Денталь ...

[5]

Ижек

Ижектәрҙең асығы ла (V, CV), ябығы ла (VC, CVC, VCC, CVCC) осрай. Урыҫ теленән үҙләштерелгәндәрендә бөтә төрө лә булыуы мөмкин.

Морфологияһы

Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек, юҡ род (енес) категорияһы, синыф, йәнле-йәнһеҙгә бүлеү юҡ. Һан категорияһы бар. Күплек аффикстары (-лар/-лер, -нар/-нер, -тар/-тер) исемдәргә, ҡылымдарға, 3-сө зат исемдәргә ҡушыла.

Ете килеш бар [6]

Телде өйрәнеү

  • Кемерово дәүләт университетының Новокузнецкиҙағы институтында (филиал) уҡытыусылар әҙерләнә[7][8]

Шор телен өйрәнгән сит ил кешеләре

  • Эрдаль, Марсель

Әҙәби тел

Шор телендә Чиспияков Фёдор Степанович ижад иткән (1906—1978)

Ҡарағыҙ

  • Кондом шор һөйләше
  • Төрки ҡатнаш телдәр
  • Шор исемдәре
  • Шор диалекты

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads