Штеренбах Владимир Шапсович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Штеренбах Владимир Шапсович (19 февраль 1947 йыл — 4 ғинуар 2015 йыл) — йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы[1].
Remove ads
Биографияһы
Штеренбах Владимир Шапсович 1947 йылдың 19 февралендә Куйбышев өлкәһенең Кинель ҡасабаһында (хәҙер Һамар өлкәһенең Кинель ҡалаһы) тыуған. 1972 йылдың ғинуарынан 2014 йылдың май айына тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективында — Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһында эшләй, бер үк ваҡытта ете йыл дауамында капелла инспекторы була. 1982—2014 йылдарҙа бастар төркөмө концермейстеры вазифаһын башҡара, йәш артистарға ҡатмарлы әҫәрҙәрҙе үҙләштерергә ярҙам итә.
Капелла составында Рәсәй буйлап гастролдәр менән төрлө хор конкурстарында сығыш яһай, Якутск, Чебоксар, Ҡаҙан, Мәскәү ҡалаларында уҙғарылған Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт һәм сәнғәт көндәрендә ҡатнаша.
Оҙайлы ауырыуҙан һуң 2015 йылдың 4 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт филармонияһы маҡтау грамоталары;
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2003)
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads