Шутов Александр Павлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Шутов Александр Павлович (13 июль 1925 йыл — 27 март 2008 йыл) — совет скульпторы. 1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1975), СССР Художество академияһының көмөш миҙалы эйәһе (1971).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Александр Павлович Шутов [1] 1925 йылдың 13 июлендә Башҡорт АССР-ының Бөрө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Илеш районы) Андреевка ауылында тыуған. Белеме дөйөм урта.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. 1946—1950 йылдарҙа Сталинградта скульптор В. М. Цветковтың оҫтаханаһында уҡый.

I960 йылға тиклем БАССР-ҙың Салауат ҡалаһында йәшәгән. 1960 йылдан Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

1968 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Скульптор. БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, 1975. 2008 йылдың 27 мартында Өфөлә вафат була.

Рәссамдың эштәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы коллекцияһында, шулай уҡ шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Remove ads

Төп эштәре

«Колхозница», гипс. тон., 1957. «Башкирская невеста», яһалма таш, 1969. Рельеф «Агидель», чеканка, 1966. «Проводы», яһалма таш, 1969. «Пробуждение», яһалма таш, 1969. «Портрет нефтяника», медь, сварка, 1973. «Возвращение», гипс тон., 1974. Рельеф «Портрет В. И. Ленина», алюминий тон., чеканка, 1975. «Нефтяник», гипс тон., 1972. «Бурильщик», керамика, гипс тон., 1973. «Иван Якутов», гипс, 1967—1969. «Дочь хлебороба», гипс тон[2]., 1957. «Лето», керамика, 1974. «Памяти погибших воинов», гипс тон., 1975.

Remove ads

Ҡатнашҡан күргәҙмәләре

  • Республика күргәҙмәләре, Өфө, 1956 йылдан алып, йәштәр күргәҙмәләренән башҡа бөтәһендә лә.
  • «Социалистик Урал» зона күргәҙмәләре: Пермь, 1967; Силәбе, 1969; Өфө, 1974.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәләре ун көнлөгө, Мәскәү, Ленинград, 1969 йыл.
  • В. И. Ленин тыуыуының 100-йыллығына арналған БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Ульяновск, 1970.
  • 3 зона рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • РСФСР-ҙың автономиялы республикалары рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, 1971.
  • Бөтә Рәсәй художество күргәҙмәһе, Мәскәү, 1957.
  • СССР художество академияһы дипломлы совет рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, Мәскәү, Берлин, Дрезден, 1972.
  • БАССР рәссамдары әҫәрҙәре күргәҙмәһе, ГДР-ҙың Галле ҡалаһында, 1975.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • СССР Художество академияһының көмөш миҙалы эйәһе (1971).
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рәссамы (1975).

Әҙәбиәт

  • Справочник «Художники Советской Башкирии». Автор-составитель Э. П. Фенина, Башкирское книжное издательство, Уфа-1979
  • Г. С. Кушнеровская: Изобразительное искусство Башкирской АССР. Изд. «Советский художник», Москва, 1974.
  • История Уфы, сб. статей, гл. 14. Башкирское книжное изд., Уфа, 1976.
  • Г. Пикунова: Буклет «А. Шутов». Башкирское книжное изд., Уфа, 1974.
  • Ж. «Творчество», 1969, № 12, Ю. Нехорошев: Образы Башкирии.
  • Каталоги вышеназванных выставок.
  • Скульптура Башкортостана: кат. 1 й респ. выст. / авт. сост. И. Н. Оськина. Уфа, 1996;
  • Пространство и форма. Выставка современной российской скульптуры: каталог / сост. И. Н. Оськина. Уфа, 2006.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads