Шәймөхәмәтова Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы

мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист, яҙыусы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Шәймөхәмәтова Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы (ижади псевдонимы Гөл МирһаҙыйГуль МирхадиГөл Мирһади; 23 апрель 1971 йыл) — мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы, журналист, яҙыусы. 2010 йылдан «Балтач таңнары» район гәзите хәбәрсеһе, 2017 йылдан — район мәҙәниәт һарайы директоры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар һәм 2011 йылдан Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Гөлнара Зиннәтнур ҡыҙы Шәймөхәмәтова 1971 йылдың 23 апрелендә Башҡорт АССР-ының Балтас районы Түбәнге Ҡарыш ауылында тыуған.

1988 йылда күрше Үрге Ҡарыш ауылындағы урта мәктәпте көмөш миҙал менән тамамлай[1] һәм шул уҡ йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтына[2] уҡырға инә.

Юғары һөнәри белем алғандан һуң ун йыл дауамында Үрге Ҡарыш урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләй[1] һәм артабан да мәғриф өлкәһендә эшмәкәрлеген дауам итә. «Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

2010 йылдан 2010 йылдан «Балтач таңнары» район гәзите хәбәрсеһе. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы.

2017 йылдан — район мәҙәниәт һарайы директоры[3][4].

Remove ads

Ижади эшмәкәрлеге

Гөлнара Шәймөхәмәтова, шағир һәм яҙыусы булараҡ, әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнә, әҫәрҙәрен «Гөл Мирһади» псевдонимы менән дә уҡыусыға еткерә. Уның шиғри һәм сәсмә ижад өлгөләре Башҡортостан Республикаһының башҡортса сыҡҡан «Ағиҙел» һәм татар телендәге «Тулпар» журналдарында, татар телендәге республика гәзиттәре «Кызыл таң» һәм «Өмет»тә, Асҡын районы үҙәге Асҡын ауылында башҡорт телендә сығып килгән «Йәнтөйәк» район-ара ижтимағи-сәйәси гәзитендә, «Балтач таңнары» район гәзитендә, шулай уҡ Татарстан Республикаһының Яр Саллы ҡалаһында нәшер ителгән «Мәйдан» журналында баҫылған. Һуңғыһында 2016 йылда яҙыусының «Килмешәк» повесы, «Бумеранг» һәм «Олы кыз» хикәйәләре урынлаштырыла[5]. «Килмешәк» повесы беренсегә 2006 йылда уҡ «Тулпар» журналында донъя күрә, 2010 йылда был баҫма «Чүплек» повесын нәшер итә[6].

Ҡәләм оҫтаһының күп кенә шиғырҙарына композиторҙар йыр ижад иткән.

Әҙип 2011 йылдың 18 мартында Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағза итеп ҡабул ителә[7].

Remove ads

Китаптары

  • Уйларым-сәйләннәрем: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2019.  (тат.)
  • Адашкан сер: Хикәйәләр // Повестар. — Өфө: Китап, 2014  (тат.)
  • Алмалы үләннәрем: Шиғырҙар // Йырҙар. — Өфө: Китап, 2006.  (тат.)

Ҡаҙаныштары

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads