Этология

From Wikipedia, the free encyclopedia

Этология
Remove ads

Экология менән бутамаҫҡа.этнология менән бутамаҫҡа.этиология менән бутамаҫҡа.

Ҡыҫҡа факттар Өйрәнеү объекты, Асыусы йәки уйлап табыусы ...
Зоология бүлектәре

Этология

Thumb

Зоология тармаҡтары

АкарологияФизик антропология
АпиологияАрахнология
ГельминтологияГерпетология
ИхтиологияКарцинология
КетологияКонхиология
МалакологияНейроэтология
МирмекологияНематология
ОологияОрнитология
ПалеозоологияПланктология
ПриматологияПротозоология
ТериологияХироптерология
ЭнтомологияЭтология

Билдәле зоологтар

Жорж КювьеЧарльз Дарвин
Карл ЛиннейКонрад Лоренц
Томас СэйЭдвард Уилсон
Альфред Рассел Уоллесбашҡалар…

Биология тарихы

Этология (бор. юнан. ἦθος «ғөрөф ғәҙәт, холоҡ, ғәҙәт, йола») — зоология фәненең бер тармағы. Хайуандарҙың ,шул иҫәптән кешенең[1] нәҫел аша көйләнгән ҡылыҡтарын (инстинкттар) өйрәнә.

Был терминды фәнгә башлап 1859 йылда француз зоологы Жоффруа Изидор Сент-Илер индерә.

Был фән зоология, эволюцион биология, физиология, генетика, сағыштырма психология, зоопсихология менән тығыҙ бәйле, шулай уҡ когнитив этологияның айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Этология фәненә нигеҙ һалыусы, нобель премияһы лауреаты Конрад Лоренц этологияны « хайуан ҡылыҡтарының морфологияһы» тип атай.

Remove ads

Тарихы һәм атаманың килеп сығышы

Thumb
Хайуандарҙың ҡылыҡтарының төрлө сағылышы

«Этология» грек теленән алынған һүҙ: этос (бор. юнан. ἦθος «ғөрөф ғәҙәт, холоҡ, ғәҙәт, йола»).

Термин хәҙерге мәғәнәһендә 1902 йылдан АҠШ энтомологы Уильям Мортон Уилер хеҙмәттәре аша билдәле була башлай.

Ә быға тиклем термин төрлөсә ҡулланылып килә. Мәҫәлән, xvii быуатта этолог тип, кеше характерын кәүҙәләндергән актерҙы атағандар. xviii быуатта этология этика мәғәнәһендә ҡулланылған.

1843 йылда Дж. Милль этология тип психологияның кеше характерын өйрәнеүсе бүлеген атарға тәҡдим итә.

Хәҙерге мәғәнәһендә термин беренсе тапҡыр 1859 йылда биолог Исидор Жоффруа Сент-Илер тарафынан телгә алына. Ул этологияны хайуандарҙың тәбиғи мөхиттә (шарттарҙа) ҡылыҡтарын өйрәнеүсе фән ҡылыҡһырлай.

Этологияһы тулыһынса XX быуаттың 30-сы йылдарында формалаша. Зоологияның ялан практикаһы һәм эволюция тәғлимәте нигеҙендә айырым заттың ҡылығын сағыштырма тасуирлау фәне булып китә.

Фән булып формалашыуына башлыса Конрад Лоренц һәм Николас Тинбергендең хеҙмәттәре булышлыҡ итә. Әммә улар башта үҙҙәрен этолог тип атамайҙар.

Иң тәүҙә этолог термины АҠШ-та, хайуандарҙың тәбиғи шарттарҙағы ҡылыҡтарын өйрәнеүсе белгестәрҙе лаборатория шарттарында аналитик ысулдар менән эшләүсе психолог һәм бихевиористтарҙан айырыу өсөн ҡулланыла башлай .

Remove ads

Тинбергендең дүрт мәсьәләһе

Тинберген этологтар иғтибарын йүнәлтергә тейеш булған төп дүрт өлкәне билдәләп киткән. Уға ярашлы, тикшеренеүселәр хайуандарҙың ҡылығын тулыһынса өйрәнгән тип һаналһын өсөн түбәндәгеләрҙе асыҡларға тейеш :

  • яраҡлашыу функцияһы: хайуанға тереклеген һаҡлауҙа, нәҫелен ҡалдырыу һәләтенә ҡылыҡтар нисек йоғонто яһай?
  • сәбәбе:ҡылыҡтың атҡарыла башлауына нимәләр сәбәп була?
  • онтогенез үҫеше: индивидуаль үҫеш (онтогенез) барышында ҡылыҡтары нисек үҙгәрә? ҡылыҡтың атҡарылыуы өсөн ниндәй тәжрибәнең булыуы кәрәк?
  • эволюцион үҫеш: туғандаш төрҙәрҙең ҡылыҡтарында ниндәй оҡшашлыҡ һәм айырма бар? филогенез барышында был процестың нисек барлыҡҡа килеүе һәм үҫешеүе мөмкин?
Remove ads

Билдәле этологтар

  • Конрад Лоренц
  • Николас Тинберген
  • Уоллес Крэг[en]
  • Леонид Крушинский
  • Ричард Докинз
  • Марина Бутовская
  • Десмонд Моррис
  • Карл Фриш
  • Дайан Фосси
  • Виктор Дольник
  • Ясон Бадридзе
  • Евгения Тимонова

Шулай уҡ, ҡарағыҙ

  • Когнитивная этология
  • Иерархия доминирования
  • Агрессия (биология)
  • Метка
  • Уринация и поведение
  • Запечатление (импринтинг)
  • Инстинкт
  • Бихевиоризм
  • Фиксированная форма действия
  • Социобиология
  • Поведение
  • Решение задач животными
  • Сигналы примирения

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads