Эяла

From Wikipedia, the free encyclopedia

Эяла
Remove ads

Эяла, эялла, ияла (Моря́нка) (лат. Clangula hyemalis) — Аллаһы Тәғәләгә зикер әйтеүсе өйрәк.

Ентеклерәк мәғлүмәт ?Эяла, Фәнни классификация ...


Remove ads

Ҡылыҡһырлама

Һуна өйрәктән бәләкәйерәк. Парлашып һәм күмәкләшеп йәшәйҙәр. Ата ҡоштоң икегә айырылып торған ҡара ҡойроғо нәҙек оҙон. Башы, муйыны, түше, арҡаһы һәм ҡанаттары тигеҙ көрәнһыу ҡара. Күҙҙәренең тирәһе, ҡабырғалары һәм ҡорһағы аҡ. Ҡылғойроҡтан башлыса ҡара һәм аҡ төҫтә булыуы менән айырыла.

Тауышы

Тауышы оҙон, яңғырауыҡлы, алыҫтан «эй-аа-алаа, эй-аа- алаа» һымаҡ ишетелә.

Эяла тауышы

Йәшәү рәүеше

Тайганың төньяҡ сигендә, тундрала йәшәй, һыу үҫемлектәре һәм бөжәктәре менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Беҙҙә яҙлы-көҙлө үтеп барышлай ғына туҡтап китәләр. Беҙҙең яҡта ояламай. Ите өсөн аулайҙар.

Рәсемдәр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads