Ҡарайерек (Саҡмағош районы)

Саҡмағош районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ҡарайерек (рус. Каразириково) — Башҡортостандың Саҡмағош районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 405 кеше[1]. Почта индексы — 452213, ОКАТО коды — 80256860006.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Тарихы

Йәлдәк улусының Солтанбәк түбәһенә (башҡа төрлө мәғлүмәттәр буйынса - Ҡазый түбәһе) ҡараған ауылға нигеҙ XVIII быуаттың икенсе яртыһында һалына, һәм 1795 йылда үткәрелгән V Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу документтарында теркәлә. Аҫаба башҡорттар 1763 — 1794 йылдарҙа типтәрҙәргә үҙ ерҙәрен ҡуртымға бирә, шуға ла типтәрҙәр ергә хоҡуҡтары булмауын таный. Рәүиз мәғлүмәттәре буйынса тораҡ пунктында 60 башҡорт һәм 112 типтәр йәшәй. Типтәрҙәр III (1762) һәм IV (1782) рәүиздәр араһында Үрге Аташ һәм Ҡарғалы ауылдарынан күсенеп төпләнгән. Идара итеүҙең кантон системаһы йылдарында Сәйетбаттал Муатмасов (1798 йылдан алып), Сәйетборхан Бигиев (1807 йылдан) һәм Шаһивәли Ниғмәтуллиндарҙың типтәр казак полктарында хәрби хеҙмәттә булыуы билдәле[2][3].

1834 йылда ауылда 99 башҡорт, 254 типтәр йәшәй. 1859 йылғы документтарҙа 137 аҫаба башҡорт һәм 323 керҙәштең (припущенник) йәшәүе теркәлә. 1920 йылғы совет рәүизе документтарында типтәрҙәр һәм башҡорттар (бөтәһе 1149 кеше) айырып күрһәтелә.

1843 йылда 99 башҡортҡа 1080 бот ужым һәм 1200 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда мәсет эшләй[2].

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь40518721846,253,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Саҡмағош): 28 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (БуЗДЯК): 97 км

Сығанаҡтар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads