Ҡолоҡ (шишмә)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡолоҡ — Башҡортостандың Ишембай районыдағы шишмә. Маҡар ауыл советы биләмәһендә аға. Һикәҙе йылғаһының уң ҡушылдығы. Маҡар ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 4,5 км алыҫлыҡта Көньяҡ Уралдың көнбайыш макробитләүендә текә ҡая аҫтынан баш алған тау шишмәһе.
Оҙонлоғо- 1,5 км. 1985 йылдың 26 декабренән шишмә буйҙарына «Ҡолоҡ йылғаһы буйҙары» тигән Рәсәйҙең айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусы бирелгән[1].
«Ҡолоҡ» - кеше исеме. Тарихи Башҡортостандың көньяғында һәм көнсығышында «Ҡолоҡас», «Ҡолоҡай» атамалары йыш осрай. Улар барыһы ла антропонимдан алынған. Тағы ла халыҡта «Ҡолоҡ бейәнең ҡолоно елгә ҡаршы түҙмәй» тигән әйтем бар. «Ҡолоҡ»- көсһөҙ («слабый»), өлгөрөп етмәгән бейә тигән мәғәнәлә. «Ҡолоҡ», «ҡолоҡай»- ҡолон (жеребёнок).
Remove ads
«Ҡолоҡ йылғаһы буйҙары»
1985 йылда Маҡар урман хужалығының 45-се квадратында ООПТ(Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе) дәүләт тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алған[2]. 34,3[3] биләмә Көньяҡ Уралдың макробитләүендәге киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлау өсөн булдырылған.
Был тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһенең бер өлөшө 1971 йылда ойошторолған Ишембай ҡурсыулығында урынлашҡан[4].
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads