Ҡолоҡ (шишмә)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ҡолоҡ — Башҡортостандың Ишембай районыдағы шишмә. Маҡар ауыл советы биләмәһендә аға. Һикәҙе йылғаһының уң ҡушылдығы. Маҡар ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ 4,5 км алыҫлыҡта Көньяҡ Уралдың көнбайыш макробитләүендә текә ҡая аҫтынан баш алған тау шишмәһе.

Ҡыҫҡа факттар Ҡайҙа ҡоя, Һыу йыйыу бассейны ...

Оҙонлоғо- 1,5 км. 1985 йылдың 26 декабренән шишмә буйҙарына «Ҡолоҡ йылғаһы буйҙары» тигән Рәсәйҙең айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусы бирелгән[1].

«Ҡолоҡ» - кеше исеме. Тарихи Башҡортостандың көньяғында һәм көнсығышында «Ҡолоҡас», «Ҡолоҡай» атамалары йыш осрай. Улар барыһы ла антропонимдан алынған. Тағы ла халыҡта «Ҡолоҡ бейәнең ҡолоно елгә ҡаршы түҙмәй» тигән әйтем бар. «Ҡолоҡ»- көсһөҙ («слабый»), өлгөрөп етмәгән бейә тигән мәғәнәлә. «Ҡолоҡ», «ҡолоҡай»- ҡолон (жеребёнок).

Remove ads

«Ҡолоҡ йылғаһы буйҙары»

1985 йылда Маҡар урман хужалығының 45-се квадратында ООПТ(Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе) дәүләт тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алған[2]. 34,3[3] биләмә Көньяҡ Уралдың макробитләүендәге киң япраҡлы урмандарҙы һаҡлау өсөн булдырылған.

Был тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһенең бер өлөшө 1971 йылда ойошторолған Ишембай ҡурсыулығында урынлашҡан[4].

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads