Ҡоншаҡ районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡоншаҡ районы (рус. Кунашакский район) — Силәбе өлкәһенең административ-территориаль берәмеге. Район үҙәге — Ҡоншаҡ ауылы.
Remove ads
География
Район Силәбе өлкәһенең төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Свердловск һәм Ҡурған өлкәләре менән сиктәш. Районда Сыбаркүл һәм Айлыкүл күлдәре, Ҡараболаҡ, Бағыряҡ, Көртмәле һаҙы йылғалары аға.
Сиктәшлек
Remove ads
Халҡы
10 000
20 000
30 000
40 000
2006
2011
2016

- Милли составы
Ҡоншаҡ районында төрлө милләт вәкилдәре: башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, украиндар, немецтар, ҡаҙаҡтар һәм бик күп башҡа халыҡтар йәшәй. Шундай состав дөйөм алғанда район мәҙәниәтен ҡабатланмаҫ итә. Күп төрлө байрамдар билдәләнә.
Төрлө сығанаҡтарҙа райондың башҡорт телендәге формаһы килтерелә(башҡ. Ҡоншаҡ районы[11], Көншәк районы).
Ҡоншаҡ Тарихи Башҡортостан ере булғас, башҡорттар һәр ауылда, ҡасабала, ҡалала күпләп йәшәй. Төп башҡорт ауылдары: Яңы Бүре, Оло Ҡояш, Һары һәм Хәлит.
Башҡорттар йәшәгән ауылдар: Әшир, Яңы Бүре, Оло Ҡояш, Яңы Ҡорман, Һары, Хәлит, шулай уҡ Ҡыҙыл, Әлифкүл, Мәхмүт, Сосновка, Борисовка, Ҡәнзәфәр, Ибраһим, Ҡырмыҫҡалы, Кесе Ҡояш, Һарыкүлмәк, Суртаныш, Ноғоман, Сураҡ, Солтан, Әмин, Ҡайынкүл, Ҡаракүлмәк, Сөләймән, Сыбакүл, Оло Иркәбай, Оло Түләк, Ҡарағайкүл, Ҡолошбай, Сураҡай, Солтанай, Юлдаш, Ямантай, Аҡсакүл, Иҡсан, Ҡарино, Мурино, Серкино, Соҡор, Бараҡ, Баязит, Оло Ҡаҙаҡбай, Бүре, Ҡобағыш, Ҡунаҡбай, Кесе Ҡаҙаҡбай. Башҡорттар шулай уҡ Трудовой, Маяҡ, Дружный, Прибрежный, Ҡомкүл, Мансур, Таҡталым һ. б. ҡасабаларҙа йәшәй.
Татарҙар Ҡоншаҡта, Мөслимдә, Татар Караболкаһында, Бағаряк-тамаҡта, Усман һәм Мусаҡайҙа йәшәй. Башҡорт ауылдары Яңы Бүрелә, Оло Ҡояшта, Һары һәм Хәлит ауылдарында ла һәм Лесной, Дружный һәм Синарский ҡасабаларында татарҙар бар.
Remove ads
Тарих
1917—1930 йылдарҙа район биләмәһе Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Арғаяш кантонына керә. 1934 йылдың 17 ғинуарынан 17 ноябренә тиклем Арғаяш милли округына ҡарай. Артабан үрҙәге идаралыҡ ҡарары менән Силәбе өлкәһенә индерелгән.
Админстратив ҡоролошо
9 берекмә, 73 халыҡ йәшәгән пункт бар.
Ҡоншаҡ районында 73 халыҡ йәшәгән пункт бар.
Remove ads
Иҡтисады
Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы тармағы тәшкил итә. Ауыл хужалығы предприятиелары бойҙай, ҡарабойҙай, сөгөлдөр, көнбағыш, кукуруз, малсылыҡ менән махсуслаша. Етештереүҙең иң ҙур өлөшө аҙыҡ-түлек етештереүгә тура килә.
Билдәле шәхестәре
- Сөләймәнов Фәтҡелҡадир Мостафа улы — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, яҙыусы, төркиәтсе[13];
- Ҡадир Даян — башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре;
Солтанов Барый Муллағәли улы (13.10.1907—21.01.1945) — Советтар Союзы Геройы (1945). Хәлит (Ҡоншаҡ районы)|Хәлит ауылы.
- Мөхәмәтйәров Хәй Ғабдрафиҡ улы — башҡорт шағиры;
- Тимерғазин Ҡадир Рәхим улы — нефтсе, геолог, геология-минералогия фәндәре докторы, профессор;
- Ғәлимов Сәләм — (18.01.1911—19.06.1939) — башҡорт шағиры, журналист һәм ғилми хеҙмәткәр. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (Тәгәш ауылы).
- Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы (12.12.1907—1964), ғалим-тел белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Башҡорт театр-художество училищеһының уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1951—1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1956). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» орденындары кавалеры. Ҡоншаҡ ауылынан.
- Тимерғәлина Шәрифә Тимерғәзи ҡыҙы — ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе, аҙаҡтан ВЛКСМ Үҙәк Комитеты секретары (Ҡәнзәфәр ауылы).
- Искандәр Рәмилә Риф ҡыҙы — кино һәм театра актрисаһы, «Алтын Лира» премияһы лауреаты (Мәскәү)
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads