Ҡоншаҡ районы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡоншаҡ районы
Remove ads

Ҡоншаҡ районы (рус. Кунашакский район) — Силәбе өлкәһенең административ-территориаль берәмеге. Район үҙәге — Ҡоншаҡ ауылы.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Урынлашҡан урыны ...
Remove ads

География

Район Силәбе өлкәһенең төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан. Төньяҡта Свердловск һәм Ҡурған өлкәләре менән сиктәш. Районда Сыбаркүл һәм Айлыкүл күлдәре, Ҡараболаҡ, Бағыряҡ, Көртмәле һаҙы йылғалары аға.

Сиктәшлек

Remove ads

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...


10 000
20 000
30 000
40 000
2006
2011
2016
Thumb
Ҡоншаҡ районында башҡорт сувениры эшләүселәр Екатеринбургта үткән V Халыҡ-ара турист форумында, 2017
Милли составы

Ҡоншаҡ районында төрлө милләт вәкилдәре: башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, украиндар, немецтар, ҡаҙаҡтар һәм бик күп башҡа халыҡтар йәшәй. Шундай состав дөйөм алғанда район мәҙәниәтен ҡабатланмаҫ итә. Күп төрлө байрамдар билдәләнә.

Төрлө сығанаҡтарҙа райондың башҡорт телендәге формаһы килтерелә(башҡ. Ҡоншаҡ районы[11], Көншәк районы).

Ҡоншаҡ Тарихи Башҡортостан ере булғас, башҡорттар һәр ауылда, ҡасабала, ҡалала күпләп йәшәй. Төп башҡорт ауылдары: Яңы Бүре, Оло Ҡояш, Һары һәм Хәлит.

Башҡорттар йәшәгән ауылдар: Әшир, Яңы Бүре, Оло Ҡояш, Яңы Ҡорман, Һары, Хәлит, шулай уҡ Ҡыҙыл, Әлифкүл, Мәхмүт, Сосновка, Борисовка, Ҡәнзәфәр, Ибраһим, Ҡырмыҫҡалы, Кесе Ҡояш, Һарыкүлмәк, Суртаныш, Ноғоман, Сураҡ, Солтан, Әмин, Ҡайынкүл, Ҡаракүлмәк, Сөләймән, Сыбакүл, Оло Иркәбай, Оло Түләк, Ҡарағайкүл, Ҡолошбай, Сураҡай, Солтанай, Юлдаш, Ямантай, Аҡсакүл, Иҡсан, Ҡарино, Мурино, Серкино, Соҡор, Бараҡ, Баязит, Оло Ҡаҙаҡбай, Бүре, Ҡобағыш, Ҡунаҡбай, Кесе Ҡаҙаҡбай. Башҡорттар шулай уҡ Трудовой, Маяҡ, Дружный, Прибрежный, Ҡомкүл, Мансур, Таҡталым һ. б. ҡасабаларҙа йәшәй.

Татарҙар Ҡоншаҡта, Мөслимдә, Татар Караболкаһында, Бағаряк-тамаҡта, Усман һәм Мусаҡайҙа йәшәй. Башҡорт ауылдары Яңы Бүрелә, Оло Ҡояшта, Һары һәм Хәлит ауылдарында ла һәм Лесной, Дружный һәм Синарский ҡасабаларында татарҙар бар.

Remove ads

Тарих

1917—1930 йылдарҙа район биләмәһе Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының Арғаяш кантонына керә. 1934 йылдың 17 ғинуарынан 17 ноябренә тиклем Арғаяш милли округына ҡарай. Артабан үрҙәге идаралыҡ ҡарары менән Силәбе өлкәһенә индерелгән.

Админстратив ҡоролошо

9 берекмә, 73 халыҡ йәшәгән пункт бар.

Ентеклерәк мәғлүмәт № п/п, Берекмә ...

Ҡоншаҡ районында 73 халыҡ йәшәгән пункт бар.

Ентеклерәк мәғлүмәт Райондың тораҡ пункттары исемлеге, № ...
Remove ads

Иҡтисады

Район иҡтисадының нигеҙен ауыл хужалығы тармағы тәшкил итә. Ауыл хужалығы предприятиелары бойҙай, ҡарабойҙай, сөгөлдөр, көнбағыш, кукуруз, малсылыҡ менән махсуслаша. Етештереүҙең иң ҙур өлөшө аҙыҡ-түлек етештереүгә тура килә.

Билдәле шәхестәре

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads