Ҡорғаҙаҡ шишмәһе

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ҡорғаҙаҡ шишмәһеmap
Remove ads

Ҡорғаҙаҡ — Ҡаратауҙан ағып сыҡҡан шишмә, шифалы һыу сығанағы, Йүрүҙән йылғаһының һул яҡ ҡушылдығы. Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965), «Янғантау» республика ҡурсаулығы биләмәһенә инә. Салауат районындағы Ҡаратау армыттарында, Янғантау шифаханаһынан 3 км алыҫлыҡта, Комсомол ауылы янында ағып сыға.

Ҡыҫҡа факттар Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, Характеристика ...
Remove ads

Үҙенсәлеге

Дебит миҡдары 100—125 с/сек. Һыу температураһы даими (16—16,5С), ҡышын туңмай, радиоактивлы һәм минераллашҡан.

Сотавы: гидрокарбонатналы, магний-кальцийлы (НСО3 84—87 экв%, Са 57—60 экв%, Мg 34 экв. %), өс валентлы мышьяк кислотаһы (3,9 мг/л).

Ҡорғаҙаҡ шишмәһе Ҡаратауҙың ер аҫты һыуҙары иҫәбенә тулылана.

Фоторәсемдәр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads