Ҡыҙыл Еҙем

Архангел районындағы ауыл, Башҡортостан From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Ҡыҙыл Еҙем (рус. Красный Зилим) — Башҡортостандың Архангел районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 586 кеше[1]. Почта индексы — 453033, ОКАТО коды — 80203825001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...


Remove ads

Халыҡ һаны

1906 йылда — 1328.; 1920 — 1862; 1939 — 1390; 1959 — 1061; 1989 — 580; 2002 — 556; 2010 — 534 кеше йәшәгән[2].

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу сараһында өҫтөнлөк иткән милләт — урыҫтар (92 %)[5]

Дөйөм халыҡ һаны[1]
Халыҡ һаны2002—2009 халыҡ үҙгәреше
20022009кеше %
556586+30+5,40

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Архангел): 15 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Приуралье): 21 км

Урамдары

  • Баҙар урамы (рус. Базарная (улица))
  • Блюхер урамы (рус. Блюхера (улица))
  • Дауахана урамы (рус. Больничный (улица))
  • Йәшел урам (рус. Зеленая (улица))
  • Крәҫтиән урамы (рус. Крестьянская (улица))
  • Яңы урам (рус. Новая (улица))
  • Яңы тыҡрыҡ (рус. Новый (переулок))
  • 1 Май урамы (рус. Первомайская (улица))
  • Төньяҡ урам (рус. Северная (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
  • Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный (переулок)[6]


Тарихы

Еҙем йылғаһы буйындағы Еҙем ауылының барлыҡҡа килеүе Архангел заводына бәйле.

1795 йылда Еҙем ауылында 385 ир-ат һәм 437 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. XIX быуат уртаһында ауыл Урыҫ Еҙеме тип атала башлай. X ревизия мәғлүмәттәре буйынса, унда 458 ир-ат булған. Уларҙың һәр береһе өсөн 2,25 сутый ер тура килгән. 1896 йылда 645 ир-ат һәм 691 ҡатын-ҡыҙ йәшәй: улар араһында 80 — 90 йәштә — 8 кеше, 90-99 йәш — 3, 100—109 йәш — 1 кеше.

Сиркәү эргәһендә мәхәллә мәктәбе була. Еҙем ауылында кибеттәр, он тартыу тирмәне һәм мөгәзәй булған[7][8].

Бөтә Рәсәй ҮБК-ның 1929 йылдың 10 июлендәге ҡарары менән Еҙем ауылы Ҡыҙыл Еҙем тип үҙгәртелде.[9].

Remove ads

Матбуғатта

Видеофильмдар

  • Башҡортостандың йырсы өләсәйҙәре. Архангел районы Еҙем ауылының «Рус биҙәктәре» фольклор ансамбле. 9 февраль 2021 йылYouTube сайтында Видео
  • «Рус биҙәктәре» фольклор ансамбле[10]

Билдәле шәхестәре

  • Усков Валерий Иванович (24.10.1958—10.2013), журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2001—2013 йылдарҙа Мишкә районының «Дружба» гәзите мөхәррире. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Мишкә районының почётлы гражданы (2014, үлгәндән һуң)[11].

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads