Һатҡы
Рәсәйҙәге ҡала From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Һатҡы (рус. Сатка) — Рәсәй Федерацияһының Силәбе өлкәһендә урынлашҡан ҡала.

Халыҡ һаны — 42 437[3] кеше. (2016).
Remove ads
Этимологияһы
Һатҡы тигән топонимдың килеп сығышы тураһында төрлө версиялар бар.
1756 йылда Себер даруғаһының Әйле һәм Ҡыуаҡан улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә нигеҙ һалынған. Шуға күрә ҡаланың атамаһы «һатылған» тигән башҡорт һүҙенән килеп сыҡҡан тигән фараз бар. Шулай уҡ «сат», «сата», «сатҡы» тигән башҡорт һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән тигән фараздар ҙа осрай[4][5]. Шувалов Н. И. фекеренсә, «һатҡы» тигән башҡорт этнонимынан да килеп сыҡҡан булыуы ихтимал, был ара ҡыуаҡан ырыуына ингәнлеге XVIII быуат документтарында күренә[6].
Remove ads
Географияһы
Ҡала Оло Һатҡы йылғаһы буйында, Силәбенән 176 км алыҫлыҡта Силәбе өлкәһе биләмәһендә урынлашҡан. Һатҡы — Көньяҡ Урал тимер юлының Бирҙәүеш — Баҡал тармағындағы тимер юлы станцияһы.
Тарихы
Ҡала тибындағы ҡасаба статусын 1928 йылдан, ҡала статусын — 1937 йылдан йөрөтә.
Билдәле шәхестәре
- Әхмәтзарипов Марат Әғзәм улы (21.021.1956), дирижёр, музыкант. 1996 йылдан (өҙөклөк менән) Башҡорт опера һәм балет театры дирижёры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы, 2002—2010 йылдарҙа Милли симфоник оркестр (Өфө) дирижёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2011)[7].
Халҡы
2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[21] ҡалаһы араһында [22] 375-се урында була
Remove ads
Галерея
- Һатҡы тәбиғәте — урман юлы
- «Магнезит» комбинатының спорт һарайы
- Ҡала быуаһы. Кәмәләр.
- Боронғо йорттарҙың береһе
- Оло Һатҡы йылғаһы
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads