Өфө мосолман зыяраты

From Wikipedia, the free encyclopedia

Өфө мосолман зыяраты
Remove ads

Өфө мосолман зыяраты — Өфөлә, Ағиҙелдең үрге ярында урынлашҡан мосолман зыяраты; Алтай һәм Кесе Ахтыр урамдарына сиктәш. Кәмендә биш ҡәберлек ҡатламы билдәле. Зыярат майҙанында Ғофран мәсете эшләй.

Ҡыҫҡа факттар Details, Асылған ...

Ҡала тарихын өйрәнеүселәр фараз итеүенсә, йылға ярындағы ҡәберлек XIX быуаттың 30-сы йылдарында барлыҡҡа килә.[1] Ҡағыҙҙа тәүтапҡыр 1852 йылда телгә алына — был осорҙа Өфөлә зыяраттар өсөн ер тәғәйенләнә.[2] Архив сығанаҡтары бәйән итеүенсә, 1892—1897 йылдарҙа ҡәберлекте ҡала ситенә сығарыу өсөн комиссия ойошторола, әммә һуңыраҡ ул зыяраттың бороңғолоғона һылтанып, уны урынында ҡалдырырға ҡара итә.

Оҙаҡ йылдар буйы зыярат тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Көньяҡҡа ҡараған тау битендә ташлы дала өсөн хас булған утыҙҙан ашыу үҫемлек төрө үҫкән, шул иҫәптән һирәк һәм реликт үҫемлектәр ҙә: сысҡан ҡойроғо, терескен үләне һ.б.[3] Хәҙерге мәлдә уларҙың күбеһе юҡҡа сыҡҡан.

Remove ads

Зыяратта ерләнгән шәхестәр

  • Заһир Исмәғилев (1917—2003) — күренекле башҡорт композиторы
  • Рәми Ғарипов (1932—1977) — күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1992), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1988, үлгәндән һуң). 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
  • Мостай Кәрим (1919—2005) — Башҡортостандың халыҡ шағиры.
  • Ҡудашева Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы (1920—2010) — Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ йырсыһы.
  • Таһир Күсимов (1909—1986) — Советтар Союзы Геройы
  • Ғәбдрахман Рәсүлев (1889—1950) — күренекле башҡорт дин әһеле.
  • Әхнәф Ибраһим улы Харисов (1914—1977) — башҡорт яҙыусыһы, тел һәм әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре докторы (1972), профессор (1972), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
Remove ads

Ҡыҙыҡлы факттар

Thumb
Мосолман заяраты панорамаһы, 2013г.

Өфө мосолман зыяратында һәм Өфөнөң Сергиево зыяратында күренекле шәхестәр ерләнгәнен иҫәпкә алып, 2012 йылда зыяраттарға тарихи-мемориаль статусы бирелә. .

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads