Азат итеү (Стәрлетамаҡтағы монумент )

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

«Азат итеү» — Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы монумент, 1919 йылдың майында граждандар һуғышы барышында А. Е. Воробьёв командованиеһы аҫтында 20-се Пенза уҡсылар дивизияһының был ҡаланы алыуына арналған.

Ҡыҫҡа факттар

1975

Ҡыҫҡа факттар Тышҡы һүрәттәр ...
Remove ads

Тарихы

Стәрлетамаҡ ҡалаһын алыуҙың 56-йыллығына (ҡала колчаксыларҙан 1919 йылдың 25 майында тартып алына), ҡаланы азат итеү датаһы хөрмәтенә, шул һуғыш геройҙары — эшсе-крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһының Көнсығыш фронты 20-се Пенза уҡсылар дивизияһы яугирҙәре иҫтәлегенә, бик аныҡ булмаған исем йөрөтөүсе 23 май урамында монумент урынлаштырырға ҡарар ҡабул ителә[1]. Һәйкәлде Стәрле йылғаһының уң яҡ бейек ярында урынлаштыралар. Композиция авторҙары-архитектор Ю. А. Подрядов (XX быуаттың 70-се йылдарында Стәрлетамаҡ ҡалаһының баш архитекторы) һәм скульптор М. П. Шабалтин. Асыу тантанаһы 1975 йылдың 25 майында үтә.

Remove ads

Тасуирлама

Файл:Мемориальная доска, монумент «Освобождение».jpg
Реконструкциялағандан һуң урыҫ һәм башҡорт телдәрендә яҙылған мемориаль таҡтаташ

Монументтағы барельефтар һалдаттар-ополчениела хеҙмәт итеүселәрҙе һүрәтләй, улар араһында ҡыҙ — санитар отрядтан Нина Теплова бар.

Реконструкциялағанға тиклем һәйкәлдәге «1919 йылдың 25 майында Стәрлетамаҡты аҡгвардееецтарҙан азат иткән Ҡыҙыл Армияның Көнсығыш фронты 20-се Пенза уҡсылар дивизияһы яугирҙары һәм командирҙарына»[2] тигән яҙыулы мемориаль таҡта бейек булмаған постаменттың үҙенә урынлаштырылған була.

Мемориаль ансамблде реконструкциялау барышында мемориаль табличка ҡуйылған постамент һүтелә; яңы таҡтаташ яугир скульптураһы пьедесталында пилон алдында ҡуйылған.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads