Александрия Нана Георгиевна

From Wikipedia, the free encyclopedia

Александрия Нана Георгиевна
Remove ads

Александрия Нана Георгиевна (груз. ნანა გიორგის ასული ალექსანდრია; 13 октябрь 1949 йыл) — грузин, элек совет, шахматсыһы, гроссмейстер (1976)[5] , СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1971)[6].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Александрия Нана Георгиевна 1949 йылда Потиҙа тыуа[6], белеме буйынса журналист. Ике донъя беренселеге уйындарында ҡатнаша (1975 һәм 1981), ике матчта ла: Пицундала һәм Тбилисиҙа — Гаприндашвилиҙан, баш ҡалала һәм Боржоми шифаханаһында Чибурданидзенан еңелә. Шулай уҡ 1985 йылда Александрия республика беренселегендә Чибурданидзенан еңелә.

1963 йылда 14 йәшендә СССР чемпионатында дебют яһай һәм тарихта иң йәш чемпион була; 1964 йылда — Грузин ССР-ы чемпионы исемен яулай. Өс тапҡыр СССР чемпионы (1966, 1968, 1969). СССР йыйылма командаһы составында күп тапҡырҙар Бөтә донъя олимпиадалары еңеүсеһе (19691980). 19671990 йылдарҙа донъя беренселеге ярыштарында ҡатнаша. Ике тапҡыр донъя беренселегенең финал уйындарына барып етә, әммә: 1975 йылда — Нона Гаприндашвилиҙан (+3 =1 −8), ә 1981 йылда — Майя Чибурданидзенан (+4 =8 −4, Чибурданидзе донъя чемпионы исемен һаҡлап ҡала) еңелә. 1976 йылда гроссмейстер титулына эйә була. 20-нән ашыу халыҡ-ара турнир еңеүсеһе. Нана Александрияның тренеры Вахтанг Карселадзе була.

1981 йылдың октябрендә Нана Александрия физик культура һәм спортты үҫтереүҙәге һәм шахмат өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн «Почет билдәһе» орденына лайыҡ була.

Грузияла Нана Александрия исемендәге шахмат турнирҙары ойошторола, еңеүселәргә уның исемендәге кубок тапшырыла.

Remove ads

Ғаиләһе

Нана Александрияның архитектор Леван Бокерия менән никахынан тыуған улы Гига Бокерия — Грузия сит ил эштәре министрының элекке урынбаҫары.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads