Амазонкалар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Амазонкалар (бор. грек. ἀμαζόνες}}[1]) — боронғо грек мифологияһында үҙҙәре янында ирҙәрҙе түҙмәгән, батшабикәләре етәкселегендә походтарға сыҡҡан һәм айырым ғәскәри дәүләт барлыҡҡа килтергән тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған халыҡ. Легенда буйынса, амазонкалар Арес һәм Гармониянан сыҡҡан. Амазонкалар тоҡомон үрсетеү өсөн башҡа халыҡ ирҙәре менән бәйләнешкә ингән. Улар яңы тыуған малайҙарҙы аталарына ебәргән (икенсе версия буйынса, үлтергәндәр), ҡыҙҙарҙан яңы амазонкалар тәрбиәләгәндәр[2].


Remove ads
Этимологияһы
Исеменең барлыҡҡа килеүе билдәһеҙ. Фараздарҙың береһе буйынса, «амазонка» тигән атама боронғо грек ἀμαζός һүҙенән килеп сыға һәм «түшһеҙ» кеүек аңлатыла, ә күсмә мәғәнәлә был уларҙың башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырмаһын аңлата[3]. Мифтарға ярашлы, уҡтан атыу уңайлы булһын өсөн, бала саҡтан уҡ амазонкаларҙың уң түшен көйҙөргәндәр.
Башҡа версиялар ҙа бар. Был атама иран теленән «ha-mazan» (яугир) барлыҡҡа килеүе мөмкин, әммә яңғырашы яғынан оҡшаш булған грек «a mazos» фразаһында «а» киҫәксәһен көсәйтәеүсе тип иҫәпләһәң, был һүҙбәйләнеш киреһенсә, «тулы күкрәкле» кеүек тәржемә ителер ине[4]. Ошо версияны хуплап, антик һынлы сәнғәт әҫәрҙәрендә амазонкаларҙы ике түшле итеп күҙ алдына килтереүҙәрен билдәләп үтергә кәрәк. Йәйә лә, тарихсылар әйтеүенсә, күкрәк кимәленән түгел, ҡолаҡ кимәленән тартылған[5].
Был исем Кесе Азияның төньяҡ-көнсығышында һәм Көньяҡ Кавказда йәшәгән ҡәбиләләр исеменән барлыҡҡа килеүе мөмкин, тигән фараздар ҙа бар (яңғырашы яғынан оҡшаш булған грек «a mazos» фразаһында «а» киҫәксәһен көсәйтәеүсе тип иҫәпләргә). Гомер, Плутарх, Геродот һәм башҡаларҙың хәбәрҙәренә ярашлы: (а)мазонкалар йәшәгән райондар күбеһенсә боронғо ҡәбиләләр йәшәгән урындар: моссинойкалар, макрондар, мосхиҙар, маскуттар менән тап килә.
Remove ads
Тасуирламаһы
Мифҡа ярашлы, амазонкалар Амазон йылғаһы буйында, Фермодонт һәм Ирис, хәҙерге Ешильырмаҡ йылғалары буйында йәшәгән. Тарихсы А. Б. Снисаренко иҫәпләүенсә, ҡәбилә ареалы Амасия һәм Самсун төрөк виләйәттәре контурҙары менән тап килә тиерлек, йәғни боронғо ҡәбиләләр йәшәгән урындар: Моссинойкалар (Көньяҡ Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән) һәм Макрондар (Көньяҡ-Көнсығыш Ҡара диңгеҙ буйында йәшәгән). Бынан амазонкалар Азияға поход яһаған. Мифҡа ярашлы, улар Эфес, Смирна һәм башҡа ҡалаларҙы төҙөгән. Мифологик традиция амазонкаларҙың Эвбейҙан һәм Беотиянан алып Танаисҡа һәм Каспийға тиклем «эҙҙәрен» билдәләй[6].
Плутарх, амазонкалар Каспий яры буйындағы Кавказ һыртында Кура тамағынан Самур йылғаһына тиклем, ә ҡайһы бер дәүерҙәрҙә Дербентҡа тиклем, йәғни боронғо ҡәбиләләр йәшәгән ерҙә йәшәгән, тип хәбәр иткән: Маскуттар (Аракс менән Кура ҡушылған урындан алып һуңғыһы үҙәне буйлап Каспий диңгеҙе ярҙарына тиклем, уның ярҙары буйлап төньяҡҡа, Чола / хәҙер Дербент/ ҡалаһына тиклем йәшәп киткән). Шулай уҡ ул, улар албандарҙың, гелдарҙың һәм легтарҙың туранан-тура күршеһе түгел, тип асыҡлыҡ индерә[7]. Төньяҡ Кавказдан тыш, VIII быуаттан амазонкалар менән Урта Европаны бәйләгәндәр, был турала Павел Дьякон, Козьма Пражский («Чех хроникаһы»), «Далимила хроникаһы» һ.б. хәбәр иткән. Чех амазонкалары тураһында, Козьма Пражскийҙан тыш Ян Длугош («Польша тарихы») һәм аббат Гюйондың «Боронғо һәм хәҙерге заман амазонкалары тарихы» хәбәр итә[8][9][10].
Профессор И. Е. Суриков «алыҫлашып барған амазонкалар» тураһында тезис тәҡдим итә — улар Ойкумендың киңәйеүенә ҡарап, Эллин донъяһы үҙәгенән алыҫыраҡҡа китеүе ихтимал[11]. Тарих фәндәре докторы М. В. Скржинская антиклыҡта эволюцияланған амазонка образын билдәләй — ҡыҫҡа грек хитонынан алып скиф ҡоралы менән сигелгән костюмға тиклем[12]
Гомер Беллерофонт менән фригийҙарҙың амазонкалар менән һуғышын иҫкә ала. Ырыу батшабикәһе Ипполита (башҡа хикәйәләр буйынса Антиопа), Геракл тарафынан үлтерелә, Гераклға Еврисфей уның билбауын алырға ҡушҡан була. Был поход ваҡытында Тесей Антиопаны үҙенә табан ылыҡтыра, һөҙөмтәлә амазонкаларҙың Аттикаға баҫып инеүе башлана. "Тормош һүрәтләмәләре"ндә Плутарх Гелланикаға һылтанып, Боспор Киммерийский аша боҙ аша сығып, амазонкаларҙың Аттикаға юлланыуҙары тураһында һөйләй. Шул саҡтағы Аттиканың хакимы Тесей менән дүрт айлыҡ уңышһыҙ һуғыштан һуң, ҡәбилә тыуған яғына ҡайта[13].
Пентесилея батшабикәһе етәкселегендә амазонкалар гректарға ҡаршы сыға: Приам батша менән бергә гректар Трояны уларҙың һөжүмдәренән һаҡлай. Һуң осорҙағы хикәйәттәрҙә Александр Македонскийға барған амазонкалар батшабикәһе Фалестра тураһында легендала иҫкә алына.

Амазонкалар боронғо «Повести временных лет» йыйынтығында телгә алына, был турала йылъяҙмасы Нестор Георгий Амартолдан мәғлүмәт ала[14]:
«…Амазоняни же мужа не имуть, акы скотъ бесловесный, но единою лѣтом к вешнимъ днемъ озѣмьствени будуть и съчитаются съ окрѣстныхъ <…> мужи, яко нѣкоторое имъ торжество и велико празднество время тѣ мнять. От нихъ заченшим въ чревѣ, и пакы разбѣгнутся отсюду вси. Въ время же хотящимъ родити, аще родится отроча — погубять и́, аще ли дѣвическъ полъ, то въздоять и прилѣжьно и въспитают»[15].
Амазонкалар тураһында мифтар эпик шиғриәткә генә инмәгән, шулай уҡ грек һынлы сәнғәте предметына ла әүерелгән. Боронғо грек рәссамдары, мәҫәлән, рәссам Микон, скульпторҙар Фидий һәм Поликлет, статуяларҙа, рельефтарҙа һәм картиналарҙа амазонкалар образын төшөргән. Оҫталар статуяларына антик өлгөләр, Галикарнастан рельефтар һәм вазаларҙа һүрәттәр һаҡланған.
Амазонкалар ысынлап та булғанмы, юҡмы икәне тураһында мәсьәлә әле булһа хәл ителмәгән. Амазонкаларҙың антик һүрәттәрҙә бик күп булыуы, етмәһә, мифологик һәм ысын тарихи персонаждар менән, ҡәбиләнең барлығын раҫлай. Боронғо һүрәттәрҙә уларҙың яулап алыу походтары, мәҫәлән, амазонкаларҙың Аттикаға үтеп инеүе һүрәтләнгән. Күп кенә тарихсылар, был фактты кире ҡағыуға амазонкалар тураһында бик күп мифтар булышлыҡ итте, тип иҫәпләй. Был ҡәбиләнең йәшәү теорияһы яҡлылар билдәләүенсә, амазонкаларҙың һуңғы тарихи телгә алыныуы Александр Македонский идара иткән осорға ҡарай. Амазонкалар барлығын раҫлаусы һуңғыраҡ сығанаҡтар юҡ. Бәлки, өлөшләтә мифологик хикәйәттәр һәм амазонкалар тураһында күҙаллауҙарҙың нигеҙе булып боронғо гректарҙың, нигеҙҙә, хәрбиҙәрҙекелер, хеттар менән контакттары хеҙмәт иткәндер.[16]
Көньяҡ Америкала йылғаны тиккә генә яугир ҡатын-ҡыҙҙар хөрмәтенә атамағандар[17]. 1542 йылда конкистадор Франсиско де Орельяна отряды йәнәһе легендар амазонкадарҙы күреп ҡала, улар менән алышҡа инә[18]. Былар ирҙәр менән йәнәш һуғышҡан индей ҡатындары, йә оҙон сәсле индей ирҙәре була, баҫҡынсылар уларҙы хаталанып ҡатын-ҡыҙҙар тип ҡабул итә[19]. Башта конкистадор йылғаны үҙенең исеме менән атарға теләй, әммә был бәрелештән һуң «Амазонка» вариантында туҡтай[20].
Remove ads
Амазонкалар тураһында мифтарҙың килеп сығышы
Амазонкалар тураһында мифтар сығанағы бик боронғо, тамырҙары менән Миной цивилизацияһына барып тоташа[21]. А. В. Котина фекеренсә, амазонкалар тураһындағы миф Бөйөк Аллаһ культы менән бәйле, унда ҡатын-ҡыҙҙың юғары хәле тураһында иҫтәлек бар[22]. Котина әйтеүенсә, амазонкалар тураһында мифтар циклы өсөн сюжет линиялары мөһим роль уйнамай, ә боронғо грек ойкументы сиктәрендә ҡатын-ҡыҙ-яугирҙар феноменын аңлау мөһимерәк[23].
Геродот Сарматияны «ҡатын-ҡыҙҙар идара иткән» (Gynaecocratumeni) ҡәбилә йәшәгән урын тип билдәләгән[24]. Әгәр боронғо грек тарихсыһына ышанһаҡ, амазонкалар Скиф дәүләтендә (хәҙерге Крым) һәм Меотида күле (Аҙау диңгеҙе) буйында йәшәгән. Геродот сарматты амазонкалар һәм скифтар тоҡомдары итеп һүрәтләгән: уларҙың ҡатындары, «йыш ҡына ирҙәре менән һунар итеп, боронғо йолаларҙы үтәгән; һуғышта ҡатнашып, улар ҙа ирҙәр кейгән кейемде кейгән»[25]. Албандар араһында хәрби походта ҡатнашҡан Феофан Митиленский амазонкалар һәм албандар араһында гелдар һәм легтар — скифтар йәшәүен билдәләй[26][27][28][29][30].

Рус тарихсыһы Вячеслав Ивановҡа[31] ярашлы, Дионис культы, асылда, ир-егеттәр башланғысы культы булып тора: уның төп идеяһы ҡатын-ҡыҙҙарҙың ир-егеттәрҙән үс алыуынан һәм «ир-егеттәрҙең ғүмерен ҡыйыу»ҙан ғибәрәт.
1601 йылда Мавро Орбини амазонкалар сармат ҡатындары булған һәм меланхелендар менән сербтар араһында Волга буйында йәшәгән тип фаразлай[32]
Археологияла
Археологик ҡаҙылмалар яугир ҡатын-ҡыҙҙарҙың булыуын, уларҙың сармат йәмғиәтенең социаль тормошонда һәм хәрби походтарҙа әүҙем ролен раҫлай[33]. Сармат ҡәберҙәрен өйрәнгәндә күреүебеҙсә, сарматтарҙа ҡораллы ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны ҡорал менән күмелгәндәрҙең дөйөм һанынан яҡынса 25 процент тәшкил итә[34]
Амазонкалар сәнғәттә

Кинола
- «Геракл и амазонки» пилот миҙгеленең тәүге серияһында «Удивительные странствия Геракла» сериалында күренә башлай.
- 1945 йылғы «Тарзан и амазонки» фильмы бар
- «Секс-миссия, или Новые амазонки»
- «Амазонки на Луне».
- «Амазонки» (1973 йылғы фильм)
- «Амазонки и Гладиаторы»
- Шулай уҡ фэнтезий «Амазонки» фильмы
- «Амазонки» сериалы
- DC Comics нәшриәтенең шул уҡ исемле комиксына нигеҙләнгән «Чудо-женщина» (2017) фильмы
Әҙәбиәттә
- Роман Аркадия Крупнякова «Амазонки».
- Энн Фортье «Царица Амазонок».
- В романе писательницы Мэри Рено «Бык из моря» афинский герой Тесей пленяет царицу амазонок Ипполиту.
- Пьеса Генриха фон Клейста «Пентесилея».
- В романе ужасов американского писателя Роберта Маккаммона «Грех бессмертия» кровожадные духи амазонок вселяются в жительниц провинциального городка «Вифаниин грех».
Remove ads
Амазонкалар астрономияла
- 1868 йылда Климена хөрмәтенә асылған Климена астероиды
- 1908 йылда Астерия хөрмәтенә асылған Астерия астероиды (658)
- 1988 йылда Ипполита хөрмәтенә асылған Ипполита астероиды
- 2004 йылда Отрера хөрмәтенә Нептундың троя астероиды (385571) Отрера атала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Амазонская рота — женское воинское подразделение Российской империи.
- Раненая амазонка — тип древнегреческой скульптуры.
- Дева-воительница — женщина-воин — архетипичный образ.
- Дагомейские амазонки — женское военное формирование в королевстве Дагомея.
- Богемская война женщин
- Яралы амазонка
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads