Баланбаш
Археологик ҡомартҡы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Баланбаш — Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ[1] ҡалаһы эргәһендә урынлашҡан б.э.т. II мең йыллыҡтың 1‑се яртыһына ҡараған Абаш мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы[2][3][4][5].
Remove ads
Тасуирламаһы
Урынлашыуы
Баланбаш Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының бейек һул ярында урынлашҡан.
Табылдыҡтар
Баланбаш майҙаны ере археологик тикшеренеүҙәр маҡсатында ҡаҙылған.
Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған әйберҙәр керамика етештереү өсөн тәғәйенләнгән металл иретеү табаҡтары һәм яҫы төплө ҡыңғырау рәүешендәге һауыттарҙан ғибәрәт. Һуңғыларының тышы тотошлай шыршы һәм оҙонса шаҡмаҡ орнамент, горизонталь тулҡын һыҙыҡтар менән биҙәлгән.
Торамала бронза бысаҡ һәм ураҡ, диск рәүешендәге һөйәк псалий табылған.
Артефакттарҙан һәм торамаланың урынлашыуынан күренеүенсә, халҡы металл эшкәртеү, шулай уҡ игенселек, малсылыҡ , һөйәктән әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгән. Башлыса һыйыр малы һәм ваҡ мал, йылҡы үрсеткәндәр.
Баланбаш материалдары Эрмитаж фондтарында һаҡлана.
Асыш тарихы
Ағиҙел йылғаһының бейек һул ярында урынлашҡан тораманы 1934 йылда Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт академияһы экспедицияһы тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Был экспедицияға археолог, тарих фәндәре кандидаты П. А. Дмитриев һәм ғалим-археолог, Көньяҡ Уралды тикшереүсе, тарих фәндәре докторы К. В. Сальников етәкселек иткән була.
1975 йылда тораманы Воронеж университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университетының берлектәге экспедицияһы тикшерә. Был экспедицияға археолог, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Владимир Степанович Горбунов һәм СССР һәм Рәсәй тарихсыһы һәм археологы, тарих фәндәре докторы, профессор А. Д. Пряхин етәкселек итә.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads