Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙаны
Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ишембай ҡалаһының үҙәк майҙаны From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙаны — Ишембай ҡалаһының үҙәк һәм төп майҙаны, Ленин проспекты һәм Губкин урамы киҫешкән ерҙә урынлашҡан.
Ленин проспекты буйынса (элекке атамаһы Октябрь урамы) ҡаланың тағы ла бер майҙаны — Ленин майҙанына тиклем күтәрелергә мөмкин.
Remove ads
Тарихы
1967 йылдан 2005 йылғаса — Октябрҙең 50 йыллығы майҙаны.
2007 йылда майҙанға реконструкция үткәрелә һәм унда Ишембай нефтен символлаштырыусы фонтан асыла.
Иҫтәлекле урындары
Майҙанда 1969 йылда Ишембай ҡалаһының символы булған Башҡортостан нефтен тәүге асыусыларға һәйкәл ҡуйылған. Майҙан йәнәшәһендә Ишембай районы хакимиәте бинаһы урынлашҡан.
Мәҙәниәт
Башҡортостан нефтен тәүге асыусылар майҙанында Ишембай районы ауыл хужалығы предприятиеләре көҙгө йәрминкәләр үткәрә[1]. Яңы йыл байрамында майҙанда ҡаланың дүрт елка ҡаласығының береһе ҡорола[2].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads