Беларусь Геройы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Беларусь Геройы
Remove ads

Беларусь Геройы (бел. Герой Беларусі) — Белоруссияның дәүләт наградаһы — ҡаһарманлыҡ өсөн бирелә торған юғары исем.

Ҡыҫҡа факттар Атамаһы, Ил ...

Беларусь Республикаһы Юғары Советының 1995 йылдың 13 апрелендәге № 3726-XII һанлы ҡарары менән булдырыла.[1] Бөгөнгө көндә был Ҡарар Беларусь Республикаһының 2004 йылдың 18 майындағы 288-З һанлы Законы менән алмаштырылған[2]. Беларусь Республикаһы Президенты ҡарары менән дәүләт һәм йәмғиәт алдындағы ғәҙәттән тыш хеҙмәт өсөн бирелә[2]. Миҙал Гомель ҡалаһында («Ювелир» заводы, «Кристалл» Гомель производство берекмәһе филиалы) эшләнә[3].

«Беларусь Геройы» исеме бер генә тапҡыр бирелә. «Беларусь Геройы» исеменә лайыҡ булған кешеләргә айыра торған билдә — Беларусь Геройы миҙалы тапшырыла[2].

Remove ads

Беларусь Геройы миҙалы

Төп мәҡәлә|Беларусь Геройы миҙалы

Тарихы

Исем 1995 йылдың 13 апрелендә, бойондороҡһоҙ Беларустың яңы дәүләт наградалары системаһының бер өлөшө булараҡ индерелә[4]. Белоруссия бүләкләү системаһы СССР бүләкләү системаһының логик дауамы булып тора. «Беларусь Геройы» исеме «Советтар Союзы Геройы» исеменә оҡшаш. Төп айырма тик шунда ғына: Советтәр Союзы Геройы исеме башлыса хәрби хәрәкәттәр ваҡытында күрһәткән ҡаһарманлыҡ йәки данлы эш өсөн бирелһә, «Беларусь Геройы» исеме иҡтисад, ижтимағи һәм мәҙәни өлкәләрҙәге уңыштар өсөн дә бирелә[5][6]. Беренсе тапҡыр был исемгә 1996 йылда ҡолап барған самолетты ауылдан ситкә алып киткән авиация подполковнигы Владимир Карват (үлгәндән һуң) лайыҡ була. Әлеге ваҡытта Беларусь Геройы исемен 11 кеше йөрөтә[7].

Remove ads

Наградаға тәҡдим итеү һәм бүләкләү

Thumb
Миҙал һүрәтләнгән 2008 йылғы Марка

Беларусь Республикаһы Конституцияһына ярашлы, дәүләт наградалары менән бүләкләү — Беларусь Республикаһы Президенты вәкәләттәренең береһе[8]. Исем биреү һәм бүләкләү процессы ентекләберәк Беларусь Республикаһының 2004 йылдың 18 майындағы 288-З һанлы «Беларусь Республикаһының дәүләт наградалары тураһында» Законында билдәләнгән. Закон буйынса, Беларусь Республикаһының һәр эшселәр коллективы, шулай уҡ төрлө кимәлдәге дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмаларының етәксе органдары исем биреүҙе юллай ала. Эшселәр коллективы йыйылышта кандидатураны алдан тикшергәндән һуң, бүләкләүгә тәҡдим ителгән кешегә, кандидаттың шәхесе тураһында мәғлүмәт һәм уның ҡаҙаныштары яҙылған бүләкләү ҡағыҙы тултырыла. Был бүләкләү ҡағыҙына тәүҙә коллективтың ойошма етәксеһе, ә аҙаҡ юғарыраҡ ойошмалар етәкселәре ҡул ҡуя. Эшселәр коллективы бүләкләү юлламаһын, ризалыҡ алыу өсөн, урындағы башҡарма һәм етәкселек итеүсе органдарға, аҙаҡ өлкә йәки Минск ҡала башҡарма комитетына ебәрә. Ризалыҡ алған юлламалар тейешле министрлыҡтарға, республиканың башҡа дәүләт идара итеү органдарына, йәмғиәт ойошмаларының етәксе органдарына ебәрелә. Юллама был ойошмаларҙың коллегиаль органдары тарафынан ҡарала. Республиканың дәүләт идара итеү органдары, йәмғиәт ойошмаларының коллегиаль органдары ҡарағандан һуң юллама Беларусь Республикаһы Министрҙар Советына ебәрелә. Беларусь Республикаһы Хәүефһеҙлек Советының Дәүләт секретариаты һығымтаһын алғандан һуң, бүләкләүгә юллама Беларусь Республикаһы Президенты Хакимиәте аша Беларусь Республикаһы Президентына индерелә. «Беларусь Геройы» исеме биреүҙе Беларусь Республикаһы Президенты башҡара. Исем биреү Беларусь Республикаһы Президентының Ҡарары менән рәсмиләштерелә. [2]. Беларусь Геройы миҙалын тапшырыу, ҡағиҙә булараҡ, Беларусь Республикаһы Президенты йәки, уның ҡушыуы буйынса, исемлеге Закондың 65-се статъяһы менән билдәләнгән башҡа вазифалы кешеләр тарафынан бойомға ашырыла[2]. Миҙал тапшырыу тантаналы шарттарҙа, Указға ҡул ҡуйылғандан һуң ике айҙан да һуңлатмай башҡарыла[2].

Remove ads

Бүләкләүҙәр

2004 йылдың 18 майындағы 288-З һанлы «Беларусь Республикаһының дәүләт наградалары тураһында» Беларусь Республикаһы Законының 3-сө статъяһына ярашлы, исем республика граждандарына ғына түгел, ә сит ил граждандарына һәм гражданлығы булмаған кешеләргә лә бирелергә мөмкин[2]. Бөгөнгәсә исем тик Беларусь граждандарына ғына бирелгән. Рәсәй гражданины, вафат булған Рәсәй Федерацияһы Геройы Водолажский Василий Александрович, Беларусь Республикаһы алдындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн Беларусь Геройына тиңләштерелгән. «Беларусь Геройы» исеме уға бирелмәгән, ләкин уның ғаилә ағзалары Беларусь Геройы ғаиләһе ағзалары өсөн булдырылған льготалар менән файҙалана[9].

Беларусь Геройҙары исемлеге

Ентеклерәк мәғлүмәт №, Фото ...
Remove ads

Айырым хоҡуҡтары

Иң тәүҙә «Беларусь Геройы» исеме алған кешеләр өсөн социаль льготалар һәм айырым хоҡуҡтар, Беларусь Республикаһы Юғары Советының 1995 йылдың 13 апрелендәге № 3726-XII һанлы Ҡарары менән, Советтар Союзы Геройы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, шулай уҡ Дан һәм Хеҙмәт Даны ордендарының тулы кавалерҙары льготаһына тиңләштерелә[18]. Был шулай уҡ Беларусь Республикаһының 1997 йылдың 2 июлендәге № 49-З һанлы Законында раҫланған Беларусь Геройы тураһындағы Ҡағиҙәлә лә[19], 1995 йылдың 21 февралендәге 3599-XII һанлы Законында ла[20] яҙылған. Бөгөн был мәсьәлә Беларусь Республикаһының 2007 йылдың 14 июнендәге № 239-З һанлы «Айырым категория граждандар өсөн дәүләттең социаль льготалары, хоҡуҡтар һәм гарантиялар тураһында» Законы менән көйләнә. Был законға ярашлы, Беларусь Геройҙары:

  • врачтар биргән рецептар буйынса, төп дарыу препараттары исемлеге сиктәрендә, бушлай дарыу менән тәьмин ителергә (Глава 2, статья 10);
  • йәшәгән урыны буйынса дәүләт һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында бушлай теш протездары эшләтергә һәм ремонтлатырға, социаль реабилитациялау техник сараларының Дәүләт реестрына ярашлы бушлай реабилитация техник саралары менән тәьмин ителергә (Глава 2, статья 11). Был реестр Беларусь Республикаһы Министрҙар Советының 2007 йылдың 11 декабрендәге 1772-се һанлы Постановлениеһы менән раҫланған[21];
  • һаулыҡты нығытыу өсөн аҡсалата ярҙам алырға йәки, аҡсалата ярҙам урынына, шифахана-курорттарҙа сираттан тыш бушлай дауаланыуға йәки һаулыҡты нығытыуға (Глава 2, статья 12). Аҡсалата ярҙам, уның күләме һәм уны алыу шарттары Беларусь Республикаһы Министрҙар Советының 2008 йылдың 31 ғинуарындағы 146-сы һанлы Постановлениеһы менән көйләнә[22];
  • йәшәү урынына ҡарамай бөтә төр ҡала пассажирҙар транспортында (таксиҙан башҡа) бушлай йөрөргә, ә ауыл ерендә йәшәгәндәр өсөн йәшәү урыны буйынса административ район эсендә дөйөм ҡулланылыштағы даими йөрөгән ҡала-ара автомобиль транспортында бушлай йөрөргә (Глава 3, статья 13);
  • ҡала янындағы даими йөрөгән дөйөм ҡулланылыштағы тимер юл, һыу һәм автомобиль пассажирҙар транспортында (таксиҙан башҡа) бушлай йөрөргә (Глава 3, статья 14);
  • йылына бер тапҡыр (Беларусь Республикаһының тейешле дәүләт органдары биргән талондар буйынса) эске йүнәлештәрҙәге ҡала-ара дөйөм ҡулланылыштағы даими йөрөгән һыу, һауа, автомобиль пассажирҙар транспортында (тегеләй һәм кире яҡҡа), йәки, пассажир поездарында һәм республика эсендәге Белорус тимер юлы бәйләнеше вагондарында бушлай йөрөргә (Глава 3, статья 15);
  • дөйөм майҙаны 20 квадрат метрҙан артмаған торлаҡ менән файҙаланырға һәм түләүҙән азат ителеүгә (Глава 4, статья 16);
  • коммуналь хеҙмәттәр өсөн (эҫе һәм һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү, канализация, газ, электр һәм йылы энергия, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу һәм зарарһыҙландырыу, лифт менән ҡулланыу) Беларусь Республикаһы закондары ҡуйған тарифтар буйынса раҫланған ҡулланыу нормаһы сиктәрендә түләүҙән азат ителеүгә, ә ауыл ерендә үҙәктән йылытылмаған өйҙәрҙә йәшәгәндәр өсөн - Беларусь халҡына һатыу өсөн билдәләнгән норма сиктәрендә алынған яғыулыҡ өсөн түләүҙән азат ителеүгә (Глава 4, статья 16);
  • абонент линияһы оҙонлоғо 500 метрҙан артмағанда беренсе сиратта бер тапҡыр квартираға бушлай телефон үткәртеүгә (Глава 4, статья 17);
  • квартира телефоны менән бушлай ҡулланырға (ҡала-ара һәм халыҡ-ара һөйләшеүҙәрҙән башҡа) (Глава 4, статья 18) хоҡуҡлы.

Юғарыла һынап кителгән льготалар менән бәйле сығымдарҙы финанслау республика һәм урындағы бюджет средстволары, шулай уҡ дәүләт социаль страховкалау средстволары иҫәбенә башҡарыла[23].

Remove ads

Йөрөтөү

288-З һанлы Закондың 5 статьяһына ярашлы, Беларусь Геройы миҙалы түштең һул яғына орден һәм миҙалдарҙан өҫтә тағыла. Шул уҡ Закондың 69-сы статьяһы буйынса, кешенең СССР, БССР дәүләт наградалары булһа, СССР, БССР һәм сит дәүләттәрҙең наградалары Беларусь Геройы миҙалынан һуң урынлаша. Беларусь Республикаһы ордендары һәм миҙалдары урынына бүләкләнеүселәр Беларусь Республикаһы дәүләт наградалары символдарын йөрөтә алалар, уларҙың өлгөләре һәм йөрөтөү тәртибе Беларусь Республикаһы Президенты тарафынан билдәләнә[2].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads