Васильев Всеволод Иванович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Васильев Всеволод Иванович (9 июль 1926 йыл — 18 апрель 2019 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юридик фәндәр докторы, профессор.
Конституция хоҡуғы өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәр буйынса белгес. 200-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы[2] (15-е сит илдәрҙә нәшер ителә)[3], шул иҫәптән 4 монография һәм юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбаптары яҙған.
Remove ads
Биографияһы
Всеволод Иванович Васильев 1926 йылдың 9 июлендә Курскиҙа тыуған.
Белеме
1950 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған, 1953 йылдан алып Бөтә союз юридик институтының аспирантураһында уҡый. Профессор Н. П. Фарберов етәкселегендә Васильев Всеволод Иванович 1954 йылда «Юғары һәм урындағы дәүләт власларының совет социалистик дәүләтендәге мөнәсәбәттәре» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләй һәм шуны яҡлай. 1974 йылда «Демократикй централизм хеҙмәтсәндәр депутаттары советында» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4]
Эшмәкәрлеге
1953—1959 йылдарҙа һәм 1987—1989 йылдар буйынса СССР Юғары Советы Президиумы аппаратында, 1959—1987 йылдарҙа «Советы народных депутатов» журналының редакцияһында эшләй. Бер үк ваҡытта КПСС Үҙәк комитеты ижтимағи фәндәр академияһы эргәһендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетында (хәҙерге Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы) уҡыта. 1989 йылдан алып Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте янындағы Закондар сығары һәм сағыштырма хоҡуҡ институтында эшләй, 1989—1991 йылдарҙа уның директоры була.[5] В. И. Васильев ҡатнашлығында Рәсәй Федерацияһының алдынғы фәнни муниципаль хоҡуҡ мәктәбен ойоштороусыларҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа конституцион хоҡуҡ бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре, Докторлыҡ диссертациялар институтының диссертациялар советы ағзаһы булып тора.
Шулай уҡ СССР Юғары Советы Президиумы янындағы Фәнни консультанттар төркөмөндә етәксеһе урынбаҫары һәм «Народный депутат» журналы баш мәхәрриренең урынбаҫары,[6] «Журнал российского права 2019 йыл 16 декабрь архивланған.»[7] журналының редколлегия ағзаһы булып тора.
2019 йылдың 18 апрелендә Мәскәүҙә вафат була.[3][8]
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Remove ads
Иҫкәрмә
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads