Греция халҡы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Греция халҡы мәҡәләһе Грецияла демографик хәл тураһында мәғлүмәт бирә. Ул халыҡ тығыҙлығын, милли составын, мәҙәнилеген, халҡының сәләмәтлеген, иҡтисади хәлен, дини конфессияларын һ. б. һүрәтләй.
Материк Грецияның хәҙерге эллин этносы Сәлжүк дәүләтенең мосолман йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә, Сәлжүктәр XV быуатта Греция биләмәһенә арнауттарҙы күсерә (ул ваҡытта улар Греция халҡының күпселек өлөшөн тәшкил итә). Был ваҡытта православие ҡабул иткән арнауттар, бигерәк тә гректарға мәҙәни планда яҡын була. Бер ни тиклем албандарҙың, һуңыраҡ төрөктәрҙең иммиграцияһына гректарҙың, урындағы идара башлыҡтары тарафынан ҡотҡо һалына, улар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һуғыштан һуң эпидимияларға дусар булған һәм бөлгөнлөккә төшкән төбәктәрҙең иҡтисадын тергеҙеү маҡсатында алдбандарҙың иммграцияһын файҙаланырға ынтыла. Арнауттарҙың Грецияла күплегенә бәйле айырым этнографтар, ысын мәғәнәһендә гректар — боронғо гректарҙың вариҫтары — Византия империяһы бөлгөнлөккә төшкән осорҙа юҡ ителә, ә хәҙерге гректар йәнәһе урта быуат албандарҙан барлыҡҡа килгән тип яңылыш хәбәр итә. Ғосман Империяһы Балкан ярымутаруҙарына баҫҡынсылыҡты дауам итә, XIX быуатта ғосман халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Греция халҡының дүрттән бер өлөшөн гректар, шул уҡ кимәлдә арнауттар һәм мосолман албандар, яртыһынан әҙерәген төрөктәр, болғарҙар, македондар, йәһүдтәр һәм әрмәндәр биләй.
2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Евростат» ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса Грецияла 11 295 002 кеше йәшәй[2], был күрһәткес буйынса Греция донъяла 74-се урында тора. Һуңғы тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу Грецияла 2011 йылда үтә[3].
Remove ads
Греция халҡы



Халыҡтың йәш структураһы (2008)
- 0-14 йәш — 14,3 %
- 15-64 йәш — 66,6 %
- 65 йәштән өлкәндәр — 19,1 %
Уртаса йәш 41,5 йәш. Ирҙәр — 40,4 йәш, ҡатын- ҡыҙ — 42,6 йәш
Халыҡ артымы (2008)
2008 йылда — 0,146 % — .
- Тыуым — 1000 кешегә 9,54;
- Үлем — 1000 кешегә 10,42;
- 1 ҡатынға 1,36 бала
Бала үлеме күрһәткестәре (2008)
- 1000 тыуған балаға 5,25;
- малайҙар — 1000 тыуған малайға 5,77;
- ҡыҙҙар — 1000 тыуған ҡыҙға 4,7;
Ғүмер оҙонлоғо (2008)
- Дөйөм — 79,52 йәш
- Ирҙәр — 76,98 йәш
- Ҡатын-ҡыҙҙар — 82,21 йәш
Этник төркөмдәр (2001)
Халыҡтың грамоталылығы (2001 йылға)
- дөйөм — 96 %
- ирҙәр — 97,8 %
- ҡатын- ҡыҙҙар — 94,2 процент
Remove ads
Дине
Бөтә дини конфессиялар араһында Грецияла Эллада православие сиркәүе өҫтөнлөк итә, ә православие Грецияның Конституцияһы буйынса хакимлыҡ иткән дин тип таныла. Һуңғы ваҡытта бөтә граждандар өсөн дин тотоу ирке гарантиялана.
Грек милли статистика хеҙмәте граждандарҙың дини сығышы буйынса рәсми статистика алып бармай, әммә Дәүләт департаменты күрһәткестәре буйынса 98 % граждандар үҙҙәрен берҙәй православие динендә тип таный[5]. Евростат социологик тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре буйынса 2005 йылда 81 % гректар аллаға ышаныуҙарын белдерә, был Мальта һәм Кипрҙан ҡала, Европа союзы илдәре араһында өсөнсө күрһәткес була.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads