Губернатор йорто (Өфө)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300107000№ 0300107000

Ҡыҫҡа факттар

1838

Губернатор йорто — архитектура ҡомартҡыһы. Өфө ҡалаһының Туҡаев һәм Совет урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан. Ҡала кимәлендәге архитектура ҡомартҡыһы һанала[1].

Remove ads

Тарихы

1832—1838 йылдарҙа архитектор А. Д. Захаров проекты буйынса губернатор өсөн өс ҡатлы йорт һалына. Йорт XIX быуаттың уртаһындағы урыҫ классик стилендә төҙөлә. Архитектор А. А. Гопиус йорттоң проектын урындағы Ағиҙел ярындағы ҡатмарлы рельеф менән уңышлы бәйләй. Һуңынан губернатор йортона төкөтөп канцелярия менән галерея төҙөлә.

Губернатор йорто Собор майҙанындағы ансамблде уңышлы дауам итеп, ҡаланың административ үҙәген барлыҡҡа килтерә. Ошонда уҡ Ҡабул итеү урындары һәм губернаның малайҙар гимназияһы урынлаша.

1917 йылда, Октябрь Революцияһынан һуң, элекке губернатор йортонда Өфө эшселәр советы, депутаттар советы һәм губернаның революцион комитеты урынлаша. 1918 йылдың 1 майынан губернатор йорто «Советтар йорто» тип йөрөтөлә башлай.

2001—2002 йылдарҙа йорт архитектор Ю. А. Пацков проекты менән реставрациялана. Реконструкцииянан һуң ҡомартҡы кире ҡайтмаҫлыҡ юғалтыуҙар кисерә: ҡыйыҡтан флюгерҙәр, терраса, инеү урынындағы суйын ҡыйыҡтар юғала. Коллоналар ионлы ордерын, ә интерьер — ҡунаҡ күтәрмәһен юғалта. Хәҙер бында Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министрлығы урынлашҡан. Элекке губернатор йорто янында Софьюшка аллеяһы бар.

Remove ads

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр

  • 1904 йылда Өфөлә беренсе почта йәшниге Губернатор Йортонда урынлаштырыла.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads