Гулина Эльвира Александровна
малсылыҡ алдынғыһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Гулина Эльвира Александровна (31 март 1936 йыл — 21 ғинуар 2012 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. 1960—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Благовещен районының «Степановка» совхозы Ильина Поляна һөт-тауар фермаһы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973). Ике тапҡыр СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981, 1982).
Remove ads
Биографияһы
Эльвира Александровна Гулина 1936 йылдың 31 мартында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, 27 сентябрендә[1]) Төньяҡ Кавказ крайының Ҡабарҙы-Балҡар автономиялы округы Нальчик ҡалаһында тыуған (хәҙер Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһы). Хеҙмәт юлын 1954 йылда Ҡаҙаҡ ССР-ының Алма-Ата өлкәһендәге Аксуйск районында башлай. 1960 йылдан — Башҡорт АССР-ы Благовещен районының Ильин-Полянский һөт-тауар фермаһы һауынсыһы. Хаҡлы ялға киткәнгә тиклем шунда эшләй. Һауынсылар араһында Бөтә союз социалистик ярыш еңеүсеһе, биш йыллыҡ фондына шәхси өлөш индереү өсөн республика малсылары араһындағы хәрәкәттең инициаторы була. Һауынсыларҙың республика алдынғы тәжрибә мәктәбе менән етәкселек итә.
Башҡорт АССР-ының туғыҙынсы һәм унынсы саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана (1975—1985).
Эльвира Гулина 2012 йылдың 21 ғинуарында Благовещен районы Ильина Поляна ауылында вафат була.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads