Дзержинский һәйкәле (Өфө)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Дзержинский һәйкәле (Өфө)map
Remove ads

Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 0300000184№ 0300000184Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты№ 0300000184 2016 йыл 4 февраль архивланған.№ 0300000184.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Тарихы

Феликс Эдмундович Дзержинский һәйкәле 1987 йылда Өфөлә Башҡорт АССР-ы Дәүләт именлеге комитеты (КГБ) бинаһы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының прокуратура бинаһы) эргәһендә «Родина» кинотеатрының артындағы Дзержинский скверында ҡуйыла. Скульпторҙың авторы Ленинград рәссамы Альберт Серафимович Чаркин була. Скульптура Лнинградтағы «Монументскульптура» заводында бронзанан ҡойола, статуяның постаментының бейеклеге 3 метр, шымартылған карел гарнитынан эшләнгән. Һәйкәл ҡуйыу менән бер рәттән уның артына пирамидаль тирәктәр күсереп ултыртылған.

Дзержинский һәйкәле беренсе проектта (1986 йылда) йөҙө менән Чернышевский урамына, КГБ-ның алғы күтәрмәһе яғына юнәлгән була, әммә аҙаҡ, Өфөнөң баш арихитекторы Рихмуков Фәриттең ҡарары менән, уны Крупская урамына ҡарай әйләндереп ҡуялар. Өфөлә һәйкәлде асыу тантанаһында 1924 йылда Дзержинскийҙың үҙе менән осрашҡан ҡарт коммунистар Александр Ефремов һәм Николай Самоделкин ҡатнаша.

Һәйкәл халыҡ телендә «Тыуған илгә арты менән» тип йөрөтөлә, был исеме «Родина» кинотеатрының артында булыуы һәм уға арҡаһы менән тороуы менән бәйле.

Remove ads

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads