Европа Плюс

Рәсәйҙең беренсе дәүләткә ҡарамаған коммерция радиостанцияһы From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Europa Plus (1991 йылға тиклем — Европа Плюс Мәскәү) — Рәсәйҙә беренсе дәүләткә ҡарамаған коммерция радиостанцияһы. CHR форматында эшләй. Тапшырыуҙар 1990 йылдың 30 апрелендә башлана. Телерадиотапшырыуҙар илдәре: Рәсәй, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Молдавия, шулай уҡ Тажикстан. Рәсәй радиоселтәрҙәре араһында алдынғы урынды биләй. Радиостанцияның төп аудиторияһы 35 йәшкә тиклемге йәштәр һәм әүҙем кешеләр.[1]

Ҡыҫҡа факттар Ил, Слоган ...

Иң ҙур эфирҙан тыш проект - йыл һайын үткәрелгән күп сәғәтлек open air «Europa Plus LIVE». 2019 йылдың 27 июлендә Лужникиҙың Көньяҡ спорт йәҙрәһе майҙанына 400 000 кеше килә, тамашасыларҙың дөйөм һаны яҡынса 1,5 миллион тәшкил итә. 7 сәғәтлек концертта асыҡ һауала 23 популяр сит ил һәм Рәсәй төркөмө ҡатнаша.

Remove ads

Программалары

  • «Бригада У»: Джем, Вэл, Вики.
  • «РАШ»: Антон Комолов, Лена Абитаева.
  • «Week & Star»: Александр Генерозов.
  • «Крутой подъём»: Артур Габидуллин.
  • «ЕвроХит Топ 40»: Алексей Мануйлов.
  • «TOP CLUB CHART»: Тимур Бодров.
  • «DOUBLE HIT»: Денис Романов.
  • «RESIDANCE»: Антон Брунер.

Миҙгелле:

  • «Летнее У»: (Йәйге У) Тимур Бодров; Артур Габидуллин.
  • «Летний Вайб»: (Йәйге Вайб) Саша Гордеев; Костя Фомин.

Дирекция

  • Музыкаль мөхәррире — Максим Кочергин.
  • Иртәнге шоу продюсеры — Сергей Андреев.
  • Иртәнге эфир операторы — Алексей Сорокин.
  • Эфир директоры — Даниил Литвинский.
  • EMG радио форматы консультанты — Тьерри Шаму.

Тапшырыуҙар ҡалалары

Бөгөнгө көнгә радиостанцияның региональ селтәрендә 8 илдә 370 пунктлы тапшырғыстар ҡуйылған.[2]

Спутник тапшырыуы

2011 йылдың 5 сентябренән «Триколор» радиопакетында Eutelsat W7 юлдашында спутник тапшырыуҙары алып барыла.

2010 йылдың 3 декабрендә «Europa Plus» телеканалы New Media Legend пакеты составында Eutelsat W7 юлдашынан (36°E) тапшырыуҙар башлай.

Европа Плюс Online

Интернет селтәрендә 9 онлайн-канал бар:

  • «Europa Plus» — тура эфир.
  • «TOP 40» — «ЕвроХит Топ 40 2008 йыл 5 декабрь архивланған.» чартының актуаль музыкаһы.
  • «PARTY» — топ-бейеү тректары.
  • «LIGHT» — тынысландырыусы музыка.
  • «NEW» — яңы музыка.
  • «URBAN» — рэп һәм хип-хоп стилендәге музыка.
  • «АКУСТИКА» — акустика эшкәртеүендә яратҡан тректар.
  • «ResiDANCE» — трендлы диджейҙарҙан иң яҡшы ҡунаҡ микстары.
  • «Свежее 100%» («Яңы 100 %») — яңы рус музыкаһы.
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads