Евстигнеев Александр Семёнович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Евстигнеев Александр Семёнович (9 сентябрь 1894 йыл — 20 ғинуар 1945 йыл) — Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир-уҡсы. Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).

Ҡыҫҡа факттар Зат, Хеҙмәт итеүе ...
Remove ads

Биографияһы

Александр Семёнович Евстигнеев[1] 1894 йылдың 9 сентябрендә (иҫке стиль буйынса 27 август) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Пёстровка (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Оло Аксаков) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башланғыс белем алған.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 йылда Петроградта Путилов заводында эшләй. 1918 йылдың аҙағында Һамар торба хәрби заводына күсә[2]. Һуңынан Стәрлетамаҡ районына ҡайта, Ҡыҙыл Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда эшләй.

1942 йылдың ғинуарында Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты аша үҙ ирке менән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына китә. Бөйөк Ватан һуғышында 1942 йылдың майынан.

1945 йылдың 20 ғинуарында һәләк була. Борск Фоленски ауылында, хәҙерге Краков ҡалаһының (Польша) Лагевники — Борек-Фаленцкий районында 9-сы һанлы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. 1945 йылдың 10 апрелендә үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә. Ленин ордены, Алтын Йондоҙ миҙалы менән бүләкләнә.

Remove ads

Батырлығы

«1085-се уҡсылар полкы уҡсыһы (322-се уҡсылар дивизияһы, 60-сы армия, 1-се Украина фронты) рядовой Г. С. Евстигнеев 1945 йылдың 20 ғинуарында Свошовице ҡалаһы (Краков, Польша) районында дошман һөжүмен кире ҡаҡҡанда батырлыҡ күрһәтә. Дошман бронетранспортеры өҫтөнә ырғып менеп, уның экипажын граната менән юҡ итә. Дошман яңынан ҡаршы һөжүм иткән ваҡытта, А. С. Евстигнеев, үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, гранаталар бәйләме менән дошман танкыһы аҫтына ташлана, уны шартлата һәм үҙе лә һәләк була. Гитлерсыларҙың танктары һәм бронетранспортерҙары беҙҙең пехотаға үтеп инә алмай, дошмандың ҡаршы һөжүме килеп сыҡмай».

Remove ads

Хәтер

  • Стәрлетамаҡ районының Оло Аксаков ауылында 1962 йылдың майында А. С. Евстигнеевҡа һәйкәл ҡуйыла.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads