Ирәмәл (күҙәтеү тәгәрмәсе)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ирәмәл (рус. Иремель) — Өфө ҡалаһы Киров округының Бакалинский һәм Менделеев урамдары киҫелешендә урынлашҡан күҙәтеү тәгәрмәсе. 2015 йылда асылған. Уның бейеклеге 60 метр,[2] ҡалала иң юғары күҙәтеү тәгәрмәсе. Сағыштырыу өсөн, 2014 йылда Мәжит Ғафури исемендәге паркта асылған "Седьмое небо " тәгәрмәсе, уның бейеклеге 48 метр[3]. Бейеклеге буйынса, Сочиҙағы Лазаревское паркындағы (83 м), Силәбе өлкәһе Миәс ҡалаһының яр буйындағы (73 м)[4], Мәскәүҙең 850 йыллығы исемендәге (73 м)[5][6], Ҡазандағы «Ривьера»(65 м)[7] һәм Дондағы Ростовтағы «Бер күк йөҙө» (65 м)[8] Рәсәй күҙәтеү тәгәрмәстәренән ҡала, алтынсы урынды алып тора.
Remove ads
Тарихы
«Ирәмәл» 2015 йылда яңы ҡунаҡханалар, «Нефтяник» стадионы, Ете ҡыҙ фонтаны һәм башҡа объекттар менән бер рәттән яңы төҙөлөштәр исемлегенә инә. Күҙәтеү тәгәрмәсе бик тиҙ, дүрт айҙа төҙөлөп бөтә. Май айында асырға тип планлаштырылһа ла,[9][10] төҙөлөш 2014 йылдың ноябрендә үк тамамлана[11][12], 2015 йылдың 1 февралендә тантаналы асыла[13]. Ирәмәл комплексы менән ҡунаҡхана араһындағы территорияла төҙөлә. Ә уның янында балалар мини-паркы урынлашҡан.
Remove ads
Характеристикаһы
Иң бейек нәктәһе 60 метрға етә, күҙәтеү киңлеге 58 метр. Бер тәгәрмәс әйләнеше — 15 минутҡа тиклем ваҡыт ала [14]. Конструкцияның ауырлығы 170 тонна. Кабиналар һаны 24, һәр береһе 6 кеше һыйҙыра. Кабиналарҙа кондиционер, яҡтылыҡ һәм йомшаҡ креслолар бар. Күҙәтеү тәгәрмәсендә бер үк ваҡытта 144 кеше була ала. Бер сәғәт эсендә 800 кешене үткәрә. Йыл буйына эшләй. 2016 йылда билет хаҡы ололар өсөн 150 һум, балалар өсөн 100 һум була. Аттракцион йәйгеһен 10:00-23:45, ҡышҡыһын 12:00-23:45.тиклем эшләй.
Remove ads
Тәнҡиттәр
[15][16] Төҙөлөштән һуң Өфө ҡалаһында йәшәүселәр уны уңайһыҙ урынлашыуы һәм насар күренеш өсөн тәнҡитләй. Һуңғараҡ халыҡ унан ҡаланың иң матур һәм иҫтәлекле урындарын күреп ризалаша. Күҙәтеү тәгәрмәсенән Дуҫлыҡ монументы [17], Салауат Юлаев һәйкәле [18], Республика йорто һәм башҡа киң билдәле урындар күренә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- «Седьмое небо» күҙәтеү тәгәрмәсе
- Рәсәйҙең иң эре күҙәтеү тәгәрмәстәре
- күҙәтеү тәгәрмәстәре исемлеге (инг.)(инг.)
Төрлө формалағы конденсаторҙар
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
